“Имтихандар намыҫлы үтһен”31.10.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов менән осрашыуында белем биреү сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре, шулай уҡ республикала Берҙәм дәүләт имтиханы йомғаҡтары, уны үткәреү мөмкинлектәре тикшерелде.
“Рособрнадзор” етәксеһе республикабыҙҙа белем сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән эшкә юғары баһа бирҙе.
— Башҡортостан башҡа төбәктәргә күп йәһәттән өлгө булып тора. Республикала ҡыҙыҡлы практик тәжрибә тупланған, — тине ул. — Быйылғы имтихан да бында объектив һәм ғәҙел үтте. Был йәһәттән Президенттың, республика мәғариф министрының, Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороусыларҙың хеҙмәтенә тейешле баһа бирергә кәрәк.
Федераль ведомство башлығы Рәсәйҙә тәүге тапҡыр 5 — 7-се кластарҙа математика буйынса белем сифатын тикшереү хаҡында һөйләне. Унда 70-тән ашыу төбәк, 500 мәктәп һәм 65 мең бала ҡатнашҡан. Киләсәктә урыҫ теле һәм информатика буйынса ошондай тикшереү ойоштороу күҙаллана.