Указға ҡул ҡуйылды31.10.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “2014 йылда Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Байрам сараларын әҙерләү һәм үткәреү район, ҡала хакимиәттәре менән берлектә Мәғариф, Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтарына йөкмәтелде.
Байрам үтәсәк урындарҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығы ойошторола. Эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәренә йәмәғәт тәртибен, юл хәрәкәте, янғын хәүефһеҙлеге сараларын тормошҡа ашырыу бурысы ҡуйылды.




Вернуться назад