Балҡыны ла һүнде...31.10.2014
Балҡыны ла һүнде... Иглин ҡасабаһында йәшәгән ҡәҙерле курс­та­шы­быҙ Зөлхизә Бәх­ти­ева 37 йәшендә генә фа­ни донъя менән мәң­ге­леккә хушлашты. Нур сәскән яҡты йондоҙ ке­үек атылды ла һүнде...
Курсыбыҙҙа сағыу сәс­кә кеүек булды ул: һылыу, һөймәлекле, ябай, ихлас, иғтибарлы, ярҙам­сыл... Иң кәрәк ваҡытта тейешле һүҙен табып, кү­ңелде күтәреп, йылмайтып ебә­рер, тормош­тоң матур­лы­ғы­на та­ғы ла бер ҡат инандырыр, артабан йә­шәр­гә көс бирер илаһи зат ине. Юғары уҡыу йортонан һуң даи­ми осрашып, бер-беребеҙҙең хәлен белешеп, ярҙамлашып йәшә­үебеҙҙә лә Зөлхи­зәнең өлөшө баһалап бөт­кө­һөҙ.
Йыл ярым элек ҡаты сиргә дусар булғас та, тормошто яратыуын, йылмайыуын ташламаны һабаҡташы­быҙ. Ауырыуы менән һуңғы сиккәсә көрәште, һәр атҡан таңды ҡыуанып ҡаршыланы, барыһы ла яҡшы була­сағына ышандырҙы, баш­ҡалар­ҙы хәстәрләүҙән туҡт­а­маны. Беҙ генә ҡә­ҙер­лебеҙҙе ауырыуҙан аралай алманыҡ... Тотош республика халҡы тиерлек берҙәм көс менән йәш әсәнең ғүмерен һаҡ­лап ҡа­лырға тырышты, әммә ҡаты сир үҙенекен итте. Ты­ныс йоҡо, курс­таш, йәнең йән­нәттә бул­һын!
Яҙмышыбыҙҙың ошондай яҡты күңелле, һоҡ­лан­ғыс кеше менән бәй­ле булғаны өсөн Зөл­хизәнең хөр­мәтле әсә-атаһына – Ейәнсура ра­йо­нының Иҙәш ауылында йәшәгән Асия һәм Мөхәммәт Шәриповтарға – ҙур рәх­мәтебеҙҙе етке­рәбеҙ. Улар­ҙың, шулай уҡ ҡәҙерле курсташы­быҙҙың бала­ларының, ире Азаттың, туғандары­ның ауыр ҡай­ғыһын уртаҡ­лашабыҙ. Аллаһ Тәғәлә барыһына ла именлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер насип итһен.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы
факуль­тетының 1998 йылғы сығарылыш студенттары.


Вернуться назад