Һының түгел, ғәмәлдәрең һоҡландырһын31.10.2014
– Интернетҡа кешенең фотоһүрәтен ҡуйыуға ҡарашығыҙ нисек, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ә. ИҪӘНОВА.
Өфө районы.

– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Исламда йән эйәлә­ре­нең һынын яһау ты­йыл­ған. Шулай бул­ма­һа, Мө­хәммәт ғәләйһис-сә­ләм­дең рәсеме һаҡланыр, ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөр, был һөҙөмтәлә дине­беҙ­ҙең төп ҡағи­ҙә­һен боҙоуға килтерер ине. Һынын күр­мәһәк тә, боронғо дини яҙ­ма­лар аша Пәйғәм­бә­ре­беҙҙең хо­лоҡ-фиғе­лен беләбеҙ, ҡиәфәтен сыра­мытабыҙ. Яҡшы ғәмәл­дәр, изгелек һүрәтһеҙ ҙә күңелдәрҙә матур хәтирә булып йәшәй, быуындан быуынға күсә килә.
Хәҙер иһә фото сәнғәте ифрат ныҡ алға китте. Был, әлбиттә, яҡшы күренеш. Тик кешеләр артыҡ мауығып китте кеүек. Әйтәйек, социаль сел­тәр­ҙәрҙә күптәрҙең, айырыуса йәш быуын вәкил­дәренең тормошо асыҡтан-асыҡ сағылыш таба: ул кем менән дуҫ, ҡайҙа ял итергә барған, ниндәй йортта, ғаиләлә йәшәй, ҡайһы ерҙә эшләй йә уҡый... Аҫтына яҙыл­ғандарҙан иһә был кешенең уйҙарын, маҡсаттарын төшөнәһең. Ғөмүмән, эске һәм тышҡы тормош тулыһынса күрһәтелә. Ә беҙҙе бит, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡ­шы күңеллеләр генә уратып алмаған. Кемдең­дер, хатта ки дуҫ, ҡәрҙәш тип һанап йөрөгән кешеһенең, Интернеттағы матур уңыш-ҡаҙа­нышы, күркәм, мул тормошо сағылған фото­һүрәтен, хис-тойғоһо һалынған яҙмаларын көнсөллөгө илә насар ниәттә файҙаланған әҙәм балалары ла юҡ түгелдер. Шул уҡ ваҡытта күҙ тейеү тигән күренеш тә киң таралған. Пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уның бар­лығын раҫлаған, бер мөбәрәк хәҙисендә: “Күҙ тейеү ҡәбергә алып барып еткерер”, – тигән.
Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тормо­шо­боҙҙағы ҡайһы бер хәлдәрҙе, хис-тойғобоҙҙо аҡыл­лы рәүештә йәшерә беләйек, һәр аҙымыбыҙ ха­ҡында “төрлө яҡҡа һөрәнләп” йөрөмәйек, үҙе­беҙҙең дә, башҡаларҙың да күңел тыныслығын, һаулығын, ғүмерен һаҡлайыҡ. Иңебеҙгә балала­рыбыҙҙың именлеге өсөн айырыуса ҙур яуаплылыҡ һалынғанын да онотмайыҡ. Аллаһ Тәғәлә һәммә­беҙгә лә бәхет-сәғәҙәттә, изге уй-ниәттә йәшәргә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад