Йәйләү ауылында тәүге иман йорто 1912 йылда төҙөлә. Башҡа мәсеттәр кеүек үк, ауыр яҙмышҡа дусар була ул: коллективлаштырыу ваҡытында манараһы ауҙарыла. Һөҙөмтәлә иман йортоноң бинаһы тәүҙә – балаларға белем биреү, аҙаҡ икмәк бешереү өсөн файҙаланыла.
Күптән түгел был урынға мәсет яңынан ҡайтты. “Изге ай” исемле күркәм иман йортон Ирек Шәрипов менән Сергей Мортазиндың ғаиләләре хәләл аҡсаһына төҙөттө. “Ике кеше ғәҙел эш алып барһа, Аллаһ Тәғәлә уларҙың өсөнсөһө булыр”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Йәйләүҙәр ошондай уңған, иманлы ауылдаштары менән ихлас күңелдән ғорурлана.
Изге йортто асыу тантанаһына халыҡ дәррәү йыйылды. Йәйләүҙәр генә түгел, ситтән килгәндәр ҙә күп ине. Сараны асып, район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, Исәмәт ауыл биләмәһе етәксеһе Илшат Басиров халыҡҡа ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Тантанаға мәртәбә өҫтәп килгән ҡунаҡ – Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин – иһә сығышында Ислам тарихына байҡау яһаны, үтелгән һынауҙарҙы иҫкә төшөрҙө, бөгөнгө ҡаҙаныштарҙы билдәләне.
– Әл-хәмдү лил-ләһ, мәсет бик матур ерҙә урынлашҡан. Иң мөһиме – унан кеше өҙөлмәһен, ишектәре һәр саҡ асыҡ булып, халыҡты һәр саҡ әҙәпкә, иманға әйҙәһен, – тип теләне Тәлғәт Сафа улы һәм мәсеткә рәсми байраҡ, Ирек Шәрипов менән Сергей Мортазинға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Тантанала шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһының ЛДПР фракцияһы депутаты Иван Сухарев, Илеш һәм Баҡалы райондарының имам-ахуны Рөстәм хәҙрәт Абушахмин, Йәйләү ауылы муллаһы Ансаф хәҙрәт Кашапов, күренекле яҙыусы Лира Яҡшыбаева ҡатнашты. Барыһы ла халыҡты мәсетле булыуы менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе, бүләктәрен тапшырҙы. Байрамдың рәсми өлөшөнән һуң ҡорбан салынды, аш әҙерләнде.
Илеш халҡы элек-электән тырышлығы, эшһөйәрлеге, берҙәм булыуы менән дан алған. Был күркәм сифаттары менән бөгөн дә күптәргә өлгө күрһәтеп йәшәй улар. Район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин да, ата-баба тәрбиәһенә тоғро ҡалып, халыҡтың көнитмешен яҡшыртыу маҡсаты менән янып эшләй. Илештә әле 30-ҙан ашыу иман йорто бар, уларға ғилемле, тәжрибәле, абруйлы имамдар етәкселек итә. “Изге ай” ҙың да халыҡты изгелеккә, әҙәп-әхлаҡҡа әйҙәр рухи мөйөшкә әйләнеренә ышаныс ҙур.