Зөлхизә ҡайыны сер һаҡлай31.10.2014
Зөлхизә ҡайыны сер һаҡлай
Яҙмамда ауылыбыҙ янында үҫеп ултырған ҡарт ҡайын тураһында бәйән итмәксемен. Уның серенең йыраҡ бала саҡта уҡ төйөнләнеп, тиҫтә йылдарҙан һуң, ниһайәт, сиселеүенә шаһит булдым...


Мистикамы, ысынбарлыҡмы?

Ололар әлеге ҡайын тураһында һүҙ сыҡһа, рухтар, ен-пәрейҙәр, “теге донъя” менән бәйле төрлө имеш-мимеш һөйләп, беҙҙең ҡотто ала торғайны. Ҡарт ҡайын тирәләй төндәрен күҙ алдына килтерергә лә ҡурҡыныс, башҡа һыймаҫлыҡ ғәҙәттән тыш сәйер хәлдәр сығып торған. Үлек, өрәктәрҙән ҡурҡмаһам да, һәр хәлдә, ҡа­йын янынан үткәндә, йәнем-тәнемде, барлыҡ һәләтемде әйтеп аңлата алмаҫ­лыҡ шомло тойғо биләп ала торғайны.
Әйткәндәй, әсәйемдең һөйләүе бөгөн­гөләй хәтеремдә. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылдың көҙөндә яңғыҙы ғүмер кисереп вафат булған бер ҡартты ерлә­гәндәр. Унан һуғыштың ас-яланғас һуңғы йылдарында йәнә бер-бер артлы дүрт ҡәберлек барлыҡҡа килә. Ун ике йәше тулыр-тулмаҫ фажиғәле вафат булған етем ҡыҙҙы, яҡты донъяға тыуып ауаз һалырға ла өлгөрмәйенсә ахирәткә күскән ике сабыйҙы һәм дә билдәһеҙ сир­ҙән күҙҙәрен мәңгелеккә йомған әбекәйҙе үҙ ҡосағына ала бәрхәт кеүек йәшел сирәм­ле тау буйҙары. Ике тиҫтә өйлө бәләкәй генә ауылда ирҙәр булмаған­лыҡтан, һуң­ғы юлға оҙатыуҙарҙың б­а­рыһы ла ҡатын-ҡыҙ һәм дә бала-саға ярҙа­мында ашыҡ-бошоҡ ҡына башҡа­рыл­ған. Ҡәбер­ҙәргә бер ниндәй билдә ҡуйып та, рәсми рәүештә бер ҡайҙа теркәп тә торма­ған­дар. Тик Зөлхизә ҡәберенә генә кемдер йәш ҡайын ултыртып ҡуйған...
Тиҫтә йылдар үтә. Һуғыш ваҡытында барлыҡҡа килгән зыяратты ара-тирә иҫкә алалар ауылда. Дөрөҫөрәге, ул... үҙе тура­һында үҙе иҫләтеп тора. Үҫеп, нығы­нып киткән ҡайын тирәләй төндәрен аҡһыл-йәшел балҡыш күренеүен күҙәтә урындағы халыҡ. Елһеҙ тыныс төндәрҙә ҡәбер өҫтөндә әленән-әле “мәңгелек ут” балҡый. Йәшкелт төҫтәге көлтә, әйтер­һең, ер аҫтынан хасил булып, бер метр самаһы күтәрелә лә, йәш ҡайынды ҡосаҡлап, әкрен генә тирбәлә. Тик, ни ғәләмәт, ялҡындың шәүләһе булмай, һәм ул тирә-яҡты ла яҡтыртмай, үлән, ағас­тарға ла зыян һалмай. Әлеге сәйер күренеште шаһиттар бер нисек тә аңлата алмай.
Мәрзиә өләсәйем һөйләүенсә, уның да ҡәберҙәрҙең береһе өҫтөндә аҡһыл-йәш­келт яҡтылыҡтың барлыҡҡа килеүен күргәне булған. Ҡөрьән сүрәләрен, ғәрәп­сә уҡый-яҙа белгән, дини йолаларҙы үтәгән, туғыҙынсы тиҫтәһенә сыҡҡан өләсәйебеҙ бында ерләнгән ҡарттың йәне “теге донъя”ла ла яңғыҙы тынғылыҡ таба алмай торғандыр тип, уның рухына доға ҡыла...
Ҡайһы бер ғалимдар ҡәберҙәр өҫтөндә хасил булған яҡтылыҡты кеше орга­низмының, үлгәндән һуң тарҡалып, фосфор бүлеп сығарыуы менән аңлата. Ә икенселәр фекеренсә, кешенең йәне үлгәндән һуң да йәшәүен дауам итә һәм, туғандарына ауырлыҡ килгәндә, ҡур­ҡыныс янағанда ярҙамға ашығып, шәүлә-һын формаһында күҙ алдына баҫа. Йәндәр ҙә “үҙ хужаларына” оҡшаған була, ти. Мәҫәлән, үҙ-үҙенә ҡул һалғандар ахирәттә лә тыныслыҡ таба алмай интегеп йөрөй икән. Тиҫкәре, ауыр холоҡло, иҫән саҡта ғүмере буйы насарлыҡ ҡылған ҡайһы бер кешеләрҙең йәне ер өҫтөнә әйләнеп ҡайтып, үҙенең мәкерле эшен дауам итә, тип тә фаразлай ғалимдар.
...Артабан яҙмамда телгә алынасаҡ хәлдәрҙе үҙгәртмәйенсә тасуирларға тырыштым. Тик уларҙы нисек аңлатырға? Теүәл генә күҙ алдыма килтерә алмайым. Нимә һуң был — мистикамы, әллә ысын­барлыҡмы? Бәлки, геройымдың берәр сиргә юлығып, ошо миҙгелдә кисергән эске халәтелер?.. Нисек кенә булмаһын, барлыҡ дәлилдәр әлеге осраҡты булған хәл тип иҫбатлай.

Ҡайынлыҡҡа
илткән юл...


...Фәрит, һуғыш тамамланып, Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылаған йылда ишле колхозсы ғаиләһендә, ата-әсәһенә, туғанда­рына бәхет, шатлыҡ өҫтәп, донъяға ауаз һала. Бәләкәйҙән теремек, тырыш булып үҫкән малай хужалыҡтағы ваҡ-төйәк ҡул эшенә бик ярап ҡуя. Үҫә төшкәс, беләктәрҙә көс тойоп, атаһына булыша: бергәләп ер эшкәртеп, иген сәсеп, уңыш йыялар. Урта мәктәпте тамамлағас, егет йәштәштәре менән армия сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Унан, киң профилле механизаторҙар әҙерләү курстарында уңышлы белем алып, колхозсылар сафына ҡабул ителә. Ауылда уңған, сибәр ҡыҙҙарҙың береһе, үҙе кеүек ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән Тәнзилә менән тормош ҡороп ебәрәләр. Фәрит ағай, ғүмере буйы колхозда тырышып эшләп, төрлө тармаҡта көс һала. Хаҡлы ялға сыҡҡансы яҙын-йәйен тракторсы булһа, көҙҙәрен комбайн штурвалына ултыра, колхоз оҫтаханаһында слесарь ҙа була. Бер мәл шулай үҙҙәре йәшәгән Исмаил ауылынан өс саҡрым ғына йыраҡлыҡта урынлашып, йәйелеп ағып ятҡан Ағиҙел буйындағы күрше ауылға ғаиләһе менән туғанда­рына ҡунаҡҡа бара. Эҫе ҡояштан ҡарт ҡайын күләгәһенә ышыҡланып, миндек бәйләргә лә иҫәптәре була. Тик Сәлихйән ағаһы ҡаршы килеп, тынысыраҡ урынды һайларға тәҡдим итә, сөнки Зөлхизә ҡайыны рөхсәт итмәҫ, ти һәм ҡыҫҡаса ғына ҡәберҙең тарихын һөйләп бирә...
...Фәрит Тимершәйех улы һөйләгән­дәргә хайран ҡалып ултырам. Тормош һынауҙарын күп кисергән ул. Ҡариҙелдә урман киҫкәндә ике тапҡыр ағас аҫтында ҡала. Күп тән йәрәхәте алып, баш һөйәген, аяҡ-ҡул, умыртҡа һөйәген бер нисә урындан һындырып, йәшәү менән үлем араһында көрәшә дүртенсе тиҫтәһен дә тултырып өлгөрмәгән ир. Беренсе тапҡыр аҙнаға яҡын, ә икенсеһендә аҙнанан да артыҡ дауаханала иҫһеҙ ята. “Был яҡты донъяла йәшәйһеләрем, ашайһы ризыҡтарым, эсәһе һыуҙарым бөтмәгән икән”, — тип хәтер йомғағын һүтә Фәрит ағай. Тормош иптәше Тәнзилә Ғәли ҡыҙының, балаларының яратыу көсө, туғандарының йылы мөнәсәбәте, сабый балаларҙай тәрбиәләүҙәре һауыҡ­тырып аяғына баҫтыра уны. Шулай уҡ үҙенең ҙур ихтыяр көсө, тынғыһыҙ холҡо ла быға сәбәпсе булғандыр — бер йылға яҡын дауаланып, терелеп, яратҡан эшенә сығырға көс таба.
Бөгөн иһә Тәнзилә апай менән пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмер итәләр. Үҙҙәре кеүек хеҙмәт­тә тырыш, ғаиләлә татыу бына тигән ул hәм ҡыҙ үҫтергәндәр. Бәхетле олатай-өләсәй булып, ейәндәр ҡарап, уларҙың уңыштарына һөйөнөп бөтә алмайҙар.
Фәрит Тимершәйех улы үҙ ҡулдары менән алты мөйөшлө йорт һалып керә. Өйҙөң эсен-тышын таҡта менән тышлап, тәҙрә рамдарына ҡырып биҙәктәр төшөрә. Үҙенең һыҙымдары буйынса өйҙә йылытыу системаһын үткәрә. Ради­атор­ҙар­ға өҫтәмә нескә диаметрлы торбалар иретеп беркетеп, йылылыҡты арттыра, шулай итеп, газды экономиялы ҡулланыу ысулын уйлап таба. Ауылда күптәрҙең йорто уның ысулы буйынса йылытыла бөгөн. Фәрит ағайҙың өйөндә йылы һыу ҡала фатирҙа­рындағылай ағып тора, ваннаһы, бәҙрәфе лә бар.
Ә инде Солтановтарҙың өҫтәлдәренән бер нисә тиҫтә йыл буйы бал өҙөлмәүен үҙе бер тарих итеп һөйләрлек. “Умар­тасылыҡ – ҡартатайым hәм атайымдан күскән шөғөл”, – тип дауам итә Фәрит ағай. Продукцияны һатыу ғаиләгә өҫтәмә аҡса ла килтерә. Шөғөлө тураһында сәғәттәр буйы бер туҡтауһыҙ һөйләргә лә риза умартасы, тәнгә генә түгел, йәнгә лә сихәт табам, тип өҫтәп ҡуя. Бал ҡор­тоноң төрө бихисап икән. Холҡо, үҙ-үҙен тото­шо, эшсәнлеге, уңыш йыйыуы буйынса ла бер-береһенән айырылып тора улар. Фәрит ағайҙың ҡорттары ысын-ысынлап хужаһына оҡшап бик тырыш, тыныс hәм дә бер ҙә юҡҡа кешегә ташланмай, тик үҙ эштәре менән мәшғүл.
Тормош иптәше Тәнзилә Ғәли ҡыҙы ла, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай. Уның ҡул эштә­ренең hәр береһе сәнғәт үрнәге булып музей, күргәҙмәләрҙә хөрмәтле урын алырлыҡ. Өйҙө тултырып ашъяулыҡ, алъ­яп­ҡыс, балаҫ, милли биҙәктәр сигел­гән төрлө япмалар күҙҙең яуын алып, уй-хистәрҙе ҡуҙғыта. Йылы, йомшаҡ ойоҡ­баш-бейәләйҙәр, төрлө стилдә бәйләнгән свитер, кофталар бөгөнгө модаға тап килеп тора.
Хәтәр тормош һынауҙары Фәрит Тимершәйех улын йәнә алда көтөп торған икән. Бынан алты йыл элек баш ҡала дауаханаһында тикшереү үткәндә, Солтановта яман шеш хасил булыуы раҫлана. Икенсе группа инвалидлыҡ алған Фәрит ағай айҙар, йылдар дауамында дауаланып та яҡшырыу һиҙмәй, киреһенсә, көндән-көн хәле насарлана ғына бара. Яман сир үҙенекен итә, тәнгә ҡаҙалған паразит бөжәктәй, ағзаларҙы әкренләп кимерә, тын алышы ауырлаша, тик тор­ғанда ла хәле бөтөп, ашау үтмәй, йоҡлай алмай башлай. Ә бер көндө аяҡ­тан яҙа һәм һуҡырая. Традицион меди­цинаға тамам ышанысын юғалтҡан ағай, ихтыяр­һыҙҙан экстрасенстарға, им-том­соларға мөрәжәғәт итә. Саҡмағош районында ғүмер иткән Әнғәметдин хажи, Өфөләге Туҡай мәсетенә барып, Усман хажи ме­нән осрашып, уларҙың доға­ла­рын, вәғәз­дәрен тыңлағас ҡына, йән тыныслығы табып, иман нуры алып, Хоҙай Тәғәләнән сабырлыҡ һорап, бар булғанына шөкөр ҡылып йәшәүен дауам итә. Ә инде ике ай дауамында Иҫке Балтас ауылында ғүмер кисергән 96 йәшлек Фатиха әбейҙең (хәҙер мәрхүмә) доғаларын тыңлағас, мөғжизәнең барлығына, Аллаһы Тәғәлә­нең үҙ бәндәләрен ауыр саҡта ташла­мағанына тамам ышана, сөнки Фәрит ағайҙың күҙҙәре асылып, күреү һәләте ҡайта. Киләсәктә яман сирҙе еңә алыуына, ниһайәт, тамам сәләмәтләнеүенә ышанып, өйҙәренә лә һөйөнөсөнән үҙ аяҡтарында атлап түгел, осоп керә ул. Һуңғы йылдарҙа Фәрит Тимершәйех улы ауыр сиргә ҡаршы көрәшеп, мәсеттә йома намаҙҙары, доғалар, вәғәздәр уҡып, Ал­ла­һы Тәғәлә әҙәм балаһына үҙе күтәрерлек кенә ауырлыҡтар ебәреүен иң­дә­­рендә тойоп йәшәй.

“...Атайымды эҙләп тап, кәртә ҡуйһын!”

Былтыр йәй аҙағында Фәрит ағай гел бер төрлө төш күрә башлай. Яҙмыш үҙенең һынауын дауам иткәнен аңламай әле ул башта. Төндәр буйы һаташып, шыбыр һалҡын тиргә батып уянып, йоҡлап китә алмай таңдар аттыра. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ төш-һаташыуҙарында ап-аҡ күлдәктән, оҙон ҡара толомдарын иңдәренә таратҡан, 12-13 йәштәр сама­һындағы матур ҡыҙыҡай яҡын килергә ҡыйынһынғандай, ситтә генә баҫып тороп үкһеп илай. Әйтерһең дә, күп сериялы кинофильмдан көн дә бер үк күренеш ҡабатлана: “Зинһар өсөн, атайымды эҙ­ләп таба күр! Миңә бик тә ауыр, көндәр буйы тапап йөрөйҙәр бит, ҡәберемде кәртәләп алһын ине!”...
Үҙенсә төрлөсә юрап та ҡарай күргән­дәрен, төш тип әйтеп булһа уларҙы, тик теүәл генә яуап таба алмайынса, тамам яфаланып бөтә. Шулай һаташып бер уяныуында, ялт итеп башынан яҡтылыҡ үткәндәй була һәм, уйҙары сыуалып, өс тиҫтә йылдан ашыу элек булған бер ваҡиға-миҙгелде иҫенә төшөрөп, Ағиҙел ярындағы ауылға барып туҡтала. Йәнә һаташыумы, әллә?.. Юҡ, үҙ аңында ул, һөйөклө тормош иптәше лә йәнәшәһендә генә, күптән уянып, ҡартының бәргелә­неүенә, өҙгөләнеүенә борсолоп ята икән.
“Ҡарсыҡ, ҡара әле, һиңә әйтәм, — Фәрит ағай әйтергәме, юҡмы тигәндәй, икеләнеп, үҙенең тапҡыр ҡарарынан һиҫкә­неп, — әстәғәфирулла, тел дә әй­ләнмәй тора — ҡайын аҫтында ерлән­гән Зөлхизәнең йәне бит был!?” — тип бышылдап, тормош иптәшен дә ҡурҡыуға һала... Шулай ҙа таң атыу менән йыйынып мәсеткә бара ағай, сабый рухына атап хәйер бирә. Тик төш-һаташыуҙар ошоноң менән генә туҡтамай, ҡыҙыҡай­ҙың ялбарыу ҡатыш тауышы тора-бара өйөндә лә ишетелгән төҫлө тойола башлай, әйтерһең дә, Зөлхизәнең йәне Сол­тановтарҙың алты мөйөшлө йорттарына кереп урынлаша: “...Атайымды эҙләп тап, кәртә ҡуйһын!”
Нимә һуң был, ниндәй тылсым? Егерме беренсе быуатта ғүмер итеүсе оло йәштәге ирҙең күңеленә, үткән быуатта тыуып, вафат булған ҡыҙҙың рухы, ни ғәләмәт, күренмәҫ сихри ептәр ярҙа­мында килеп тоташа... Башҡа һый­маҫлыҡ хәл, әлбиттә. Уйлап ҡараһаң, улар йыраҡ туғандар ҙа түгел бит. Икенсенән, Фәрит ағай өс тиҫтә йыл элек осраҡлы рәүештә генә сабыйҙың ҡәбере янында булған, һәм был миҙгел башҡа бер ваҡытта ла иҫкә алынмаған. Өсөн­сөнән, ҡыҙҙың йәне Солтанов­тарҙың башҡа ғаилә ағзаларын йәки ауыл­даш­тарының береһен дә борсомай. Нисек булһа ла, Зөлхизәнең йәне ни сәбәп­тәндер нәҡ Фәрит ағайҙы һай­лаған булып сыға. Ышанһаң – ышан, ышан­маһаң – юҡ, тигәндәй... Һәр хәлдә, теге донъя эйәләре, рухтар менән әңгә­мәгә кереү әҙәм балаһын быуаттар буйына ҡыҙыҡһындыра, уның аңын тома­лай.
Тамам һаташыу сигенә еткән Фәрит ағай, тормош иптәше Тәнзилә апай, ауыл­дың аҡһаҡалдары менән кәңәш­ләшеп һәм дә ауыл биләмәһе башлығынан рөхсәт алып, Зөлхизә ҡайыны тирәләй кәртә ҡуйырға ҡарар ҡыла. Бәлки, ысынлап та, сабыйҙың йәнен тыныслыҡ алыр?..
...Шулай тағы күпмелер тынғыһыҙ көндәр, төндәр үтә. Фәрит Тимершәйех улы йәнә төшөндә Зөлхизә менән осраша. Һылыу ҡыҙыҡай, элеккесә яҡын килергә ҡыймайынса, бер яҡ ситтә баҫып тора. Шул уҡ аҡһыл күлдәктә, оҙон ҡара толомдарын талғын ғына иҫкән ел уйната. Был юлы йылмайыу ҡатыш ниҙер өндәшә, йөҙөндә иһә ҡәнәғәтләнеү хисе балҡып тора. Ана, йәш ҡайынлыҡ урманы аръяғынан һыҙылып ҡына таң атҡаны һиҙелә. Ниһайәт, ҡарт ҡайын ботаҡ­тары­на йәшеренгән ҡояштың тәүге нурҙары түгелеп-сәселеп баланың һынын наҙла­ғандай емелдәп ала ла, ҡыҙыл түңәрәккә әйләнеп, Зөлхизәне лә үҙе менән юға­рыға, икһеҙ-сикһеҙ ғаләмгә табан әйҙәй...
Яҙмамды теүәлләп гәзиткә тәҡдим итер алдынан, йәнә бер хәбәр еткер­ҙеләр. Дәһшәтле һуғыш йылдарында Ленинградтан Дүртөйлө районына эва­куа­ция­ланған дүрт кеше аслыҡтан, һыуыҡтан сирләп һауыға алмайынса йәнтәслим ҡылып, ошонда ерләнгән булып сыҡты.
Шулай итеп, элекке ауылым янында барлығы туғыҙ ҡәбер булыуы асыҡланды. Бөгөн, билдәһеҙ сәбәптән тиҫтә йылдар буйы ҡарт ҡайын тирәләй һаҡланып кил­гән серҙең төйөнө сиселеп, мәрхә­мәтле, миһырбанлы кешеләр ярҙамында ошо зыярат яңыртылып, сәскәләр ултыртылып, кәртәләп ҡуйылды, ә мәрхүм­дәрҙең йәне тыныслыҡ тапты...
Бәлки, ошонда ерләнгәндәрҙең туған­дары, яҡындары иҫән булып, беҙҙең менән бәйләнешкә инер?


Вернуться назад