Уйлаһаң, уйылып китерлек...31.10.2014
Уйлаһаң, уйылып китерлек...
...Хыялымда күптән инде яҡындарым хаҡында әҙәби әҫәр яҙып бөткәнмен. Тик хыялда ғына. Насип булырмы берәй заман ул “әҫәр”ҙе ҡағыҙға күсерергә — әйтә алмайым, сөнки йәшем байтаҡҡа бара бит инде, белеп булмай. Баш баҫып ижад иткән әҙәм дә түгелмен. Һис юғы әле башлаясаҡ мәҡәләләр шәлкемемдә ҡалһын ине хәтирәләрем. Әсәйем яғынан да, атайым яғынан да уҡымышлы, шул уҡ мәлдә фажиғәле яҙмышлы ғәзиз кешеләремдең яҡты иҫтәлеге ҡалһын ине. Уларҙың рухтары тыныс булһын өсөн, тим. Иҫәндәргә бер фәһем һәм ғибрәт булһын өсөн, тим. Уйлап ҡараһаң, һәр ҡайһыһының яҙмышы – үҙе бер китаплыҡ.


Тәүге мәҡәләм атайымдың ата-әсәһе, ҡартатайым Ғариф хәҙрәт Бай­мөхәмәтов һәм ҡартәсәйем Гөлзәғифә тураһында.
Ғариф ҡартатайымдың тыуған яғына — Баймаҡ районының Иҫән ауылына — тәү ҡат барғаным хәтерҙә. Ул саҡ миңә утыҙ йәш ине инде. Атайымды хәтерләмәгәс (уның фажиғәле яҙмышы бөгөн булһа күп һорауҙар тыуҙыра), әсәйемдең тыуған төйәге Әбйәлилдә үҫкәс, атай яғынан туған­дарым менән бик һуңлап осраштыҡ. Һәм бына мин – Иҫәндә. Тәбиғәттең иҫ китмәле гүзәл мөйөшөнә һыйынып ҡына ултырған бәләкәй генә ауыл. Яҡында ғына — әллә ҡайҙарға йәйрәп киткән Талҡаҫ. Ҡарамаҡҡа тымыҡ ҡына күренгән күл кинәт кенә шашынып-ярһып дулай башлай, ел-фәлән иҫкәндә уның тулҡындары менән шаярмауың хәйерле.
Миңә ҡартатайымдың йорт нигеҙен күрһәттеләр. Инде өйҙәре юҡ ине, уры­ны буш тора. Ҡуш ҡарағас үҫә, уларҙы ҡартатайым ултыртҡан. Уны был яҡтарҙа “ҡара мулла” тип йөрөт­кәндәр. Ҡап-ҡара оҙон һаҡалы өсөн дә, шулай уҡ Аҡмулла менән ниндәйҙер дәрәжәлә йәнәш ҡуйып та. Ғариф хәҙрәт тә Троицк мәҙрәсәһендә белем алған, Аҡмулла менән күрешеп-осрашып йөрөгәндәр.
– Ҡартатайың бик уҡымышлы ине, сирлеләрҙе дауаланы, — тип һөйләй торғайны әсәйем ҡайныһы тураһында. — Хатта аҡылдан яҙып, яурынын та­лап ултырған ауырыу ҡыҙҙы йүнәлтте бер ваҡыт...
Сәйәси золом осоро башланғас, ҡар­татайымды ҡулға алалар һәм ун йылға хөкөм итәләр. Гөлзәғифә ҡарт­әсәйем дүрт бала менән ултырып ҡа­ла. Ҡасандыр Ҡазан яҡтарынан күсеп килгән ғаиләлә азат күңелле булып тыуып-үҫкән ҡартәсәйем бик үткер, шаян, эшлекле һәм тәүәккәл була. Үҙе­нән 20 йәшкә өлкәнерәк ҡартатайыма сыҡҡас, ул донъяны ла күберәк үҙе һөйрәй. Емеш-еләк йыйыуға, баҡса үҫтереүгә оҫта булған, тиҙәр. Йәшерәк сағында, абыстаймын тип тормаған, элекке ел ҡапҡа аша һикереп сығып, тиҫтерҙәре менән концерттар әҙерләп йөрөгән, йыр-бейеүгә маһирлығы ме­нән һоҡландырған. Ҡартатайым өсөн был тәүҙә сә тойолғандыр, ул йәш кә­лә­шен тыйып ҡараған, аҙаҡ ҡул һел­тәгән, сөнки ҡартәсәй барыбер ҙә уның тоғро ҡатыны, тормош ауырлыҡтарын башлыса үҙе күтәргән яҡын кешеһе булып ҡалған.
Шулай Ғариф хәҙрәтте ун йылға хө­көм итәләр, әммә өс йылдан ул ғаи­ләһе эргәһенә ҡайтып төшә. Моғайын, Иҫәндән сығып китеүгә берәй етди сәбәп булғандыр, ҡалай ҙа һуғышҡа тиклем ҡартатайымдар Әбйәлил яҡта­рына юл тота. Тәүҙә Таҡһыр ауылына килеп төпләнәләр. Балалары бишәү булып китә. Ҡартатайым ауыл малын көтә, бер юлы муллалыҡ вазифаһын да башҡара. Бөгөн мин ошо ауылда йәшәйем. Ҡартатайымдың ғаиләһен хәтерләгән Ғәйниямал инәй, Нәғимйән һәм Миҙхәт ағайҙар менән һөйләш­кәнем бар. Уларҙың иҫләүенсә, бик үҙенсәлекле, яңылыҡҡа ынтылыу­сы кешеләр булған яҡындарым.
– Ҡайным Иҫәндәге ҡарағастары­ның тубырсыҡтарын алып килеп, Таҡ­һыр һәм Юлдаш ауылдары эргәһенә сәскән, — тип һөйләй торғайны әсәйем.
Таҡһырҙа Йөрәктауға илткән юл буйында яңғыҙ ғына ҡарағас үҫеп ултыра, бәлки, ҡартатайым сәскән ту­быр­сыҡтан үҫеп сыҡҡандыр ул? Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, хәтерләүсе юҡ.
Оҙаҡламай Баймөхәмәтовтар Юлдаш­ҡа күсенә. Ауыл халҡы хәҙрәт ҡартатайымды бик ололап, хөрмәт итә, өй һалып бирәләр. Ҡартатай им-том эшен дә ҡалдырмай, аяттар ҙа уҡый, дин тыйылыуға ҡарамаҫтан, хатта ҡасандыр шуның өсөн ултырып сыҡһа ла, боҫоп-йәшеренеп йәшәмәй. Һүҙ ыңғайы билдәләп үткем килә: юлдаштар сәйәси золом осоронда ла ошаҡ йөрөтмәгән, бер-береһен һатмаған. “Ҡабат Иҫәнгә ҡайтып китмәһәләр, яҙмыштары улай уҡ фажиғәле булмаҫ ине”, — тип үкенгәне хәтеремдә әсә­йемдең. Әсәйем менән атайым бергә уҡыған. Бер-береһен оҡшатып та йөрө­гәндәр, әммә яҙмыш уларҙы оҙаҡ йылдарға айырған һәм Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыр алдынан ғына ҡабат осраштырған. Быныһы инде башҡа тарих.
...Иҫәнгә мин икенсе тапҡыр драматургтар семинары ваҡытында килдем. Ул “Талҡаҫ” ял йортонда уҙғарыла тор­ғайны. Тарихты һәйбәт белгән аҡһаҡал барлығын ишеткәс, ауылға юлландым. Бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе миңә ул (ҡыҙғаныс, исемен хәтерләмәйем, әммә уны күренекле йырсыбыҙ Рама­ҙан ағай Йәнбәков һәйбәт белә, миңә бер нисә тапҡыр аҡһаҡалдың ҡунаҡ­сыл йортонда уға тап булырға тура килде).
– Нигеҙҙе берәүгә лә бирмәй һаҡлай ауыл халҡы, йә һин, йә Эльза ҡайтып төпләнер, тип көтәбеҙ, — тигәйне әлеге олатай. — Мәжит Ғафури килеп йөрө­гән нигеҙ бит ул, ҡартатайың менән бергә ҡарағас төбөндә намаҙ уҡый торғайнылар...
Был минең өсөн көтөлмәгән яңылыҡ ине. Бөйөк шағирҙың әсәйем гел генә яттан һөйләгән “Юҡтырһың да, Алла” исемле шиғырынан һуң мин Мәжит Ғафури хаҡында башҡасараҡ фекерҙә инем бит!
...Ҡартатай нигеҙенә мин дә, Эльза ла ҡайта алманыҡ. Бик оҙаҡ урын буш торҙо. Ниһайәт, миңә яҡындарым тура­һында мәғлүмәт биргән аҡһаҡал ола­тай­ҙың эшҡыуар улы шул нигеҙгә йорт һалған тип ишеттем. Әле барып күрә алғаным юҡ. Иҫәндә яҡын ғына ҡустым Нур Баймөхәмәтов йәшәй, әле булһа күрешә алмайбыҙ. Бынан 20-25 йыл элек ул ауыл осонда ике ҡатлы йорт һала башлағайны. Эльза, тинем. “Республика Башкортостан” гәзитенең әлеге баш мөхәррире Эльза Хорева менән беҙ ике туғандар. Эльзаның олатаһы Рәхимйән ағайым — ата­йымдың бер туған ҡустыһы. Уны яҡшы хәтерләйем. Баймаҡ яҡтарынан Әбйә­лилгә күсеп килеп, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Юлдаш ауылында йәшәне. Кешеләр күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырып китте ағайым, бөгөн дә ул һалған мейестәр, төҙөгән йорттар йылылыҡ бөркөп ултыра. Ҡулы белмәгән эше юҡ ине үҙенең, тик мине иң ныҡ ғәжәпләндергәне: инглиз һәм немец телдәрен “һыу кеүек эсеүе”. Ябай ауыл кешеһе, белеүемсә, юғары белем дә алмаған, ләкин нимә хаҡын­да ғына һөйләшһәң дә, Рәхимйән ағай үҙенең киң ҡарашлы, мәғлүмәтле булыуы менән таң ҡалдырыр ине. Үлеме фажиғәле булды. Темәс яҡтарында кемгәлер йорт төҙөшкән, ҡулына мул ғына бол төшкән, йәйәү ҡайтып килгә­нендә, Таһир ауылын үткәс, бер ҡанһы­ҙы арттан ҡыуып етеп үлтереп, бар аҡсаһын алып киткән.
Ҡартатайымдың оло улы Хәйри­за­ман уҡытыусы булған, йәш кенә көйө һуғышҡа алынып, батырҙарса һәләк була. Атайым Фәйзилғаян тураһында айырым һөйләр инем. Уға эйәрә килгән — Рәхимйән ағайым. Иң кеселәре — Салауат. Ул да йәш сағында Әбйәлил районында йәшәне, гәзиттә фотохә­бәр­се булып эшләне. Балалары булмағас, ҡатыны Лариса менән Толя исемле етем малайҙы уллыҡҡа алыу­ҙарын хәтерләйем. Салауат ағай өс-дүрт тел белә ине. Бер заман уны, сит ил паспорттары эшләүҙә ғәйепләп, хө­көм итеп ҡуйҙылар. Бөгөн булһын башыма һыйҙыра алмайым: ул саҡтағы (ә был үткән быуаттың 60-сы йылдары башы) ауыл типографияһы шарттарында ҡайһылайтып сит ил паспорты эшләмәк кәрәк?! Әллә ул бөтә ғаилә­беҙ­гә ҡағылған золом тәгәрмәсенең сираттағы ҡорбаны булдымы, тип тә уйлап ҡуям. Баш етмәҫлек, бер ниндәй логикаға һыймаҫлыҡ хәлдәр әленән-әле һуңынан да тыуып ҡына торҙо бит, бер уйлаһаң. Салауат ағайҙың эҙе шулай юғалды. Атҡандарҙыр, тим. Әм­мә мине бик ныҡ һағайтҡан бер хәл булды бынан егерме йылдар элек. Телевизорҙы ҡабыҙһам, Салауат ағай интервью бирә! Наркоманияға ҡаршы тапшырыу ине, үҙәк телевидениеның Беренсе каналы. Әңгәмәнән күрене­үенсә, һүҙ интервью геройының романы хаҡында бара. Моғайын, исемен әйтерҙәр, тип көтәм. Ысынлап та, титр күренде: яҙыусы Сергей Баймөхә­мәтов. Иҫ-аҡылым китте. Бөтәһе лә тиерлек тап килә! Йылдар үткәс, беҙгә лә Интернет килгәс, ҡыҙыҡһындым. Әммә һорауыма аныҡ яуап ала алманым. Бары тик яҙыусының башҡа өлкәлә тыуып үҫеүен, Ҡаҙағстанда йәшәүен белдем. Салауат ағай киткәндә миңә ун бер йәш самаһы ине. Төп-төҙ оҙон кәүҙәле, тулҡынланып торған сөм-ҡара сәсле, ҡырлас, хатта бер аҙ көмө­рә­йең­керәп торған танаулы ине. Бер туған­дар араһында бары тик атайым­дың ғына күҙҙәре аяҙ зәңгәр булған. Башҡалары ҡара күҙле, ҡуңғырт йөҙлөләр.
Бөгөн Фәйрүзә апай ғына иҫән. Ул — Ғариф хәҙрәттең берҙән-бер ҡыҙы. Еҙнәй мәрхүм менән бик матур йәшәп, биш бала үҫтерҙеләр. Йәш сағында Фәйрүзә апай йыланды арбай торған булған, әсәйемдең иҫе китеп һөйләгәне хәтерҙә. “Йыландан ҡурҡманы, бер еңенән индереп, икенсеһенән сығара торғайны, — тиер ине мәрхүмә әсәйем. — Уның алдында йылан ҡуҙғалмай ята торғайны”. Һүҙ ҡара йылан хаҡында бара.
Иҫән аҡһаҡалының йәнә бер әйткә­не: ҡартатайымдар – кәүешҡаталар араһынан.
– Бик борон был яҡтарға бер ғәрәп дин таратырға килгән дә ошонда тороп ҡалған. Кәүеш, йәғни башы өҫкә сәкә­йеп торған ҡата кейеп йөрөгән. Ҡартатайың Ғариф мулланың зат-зәүе­ре шунан таралған, — тип һөй­ләгәйне миңә ул олатай. Хәтерем алдамаһа, ул үҙе лә ошо аранан ине, буғай.
Мин белгәндән генә өс милләт ҡаны ҡатнашҡан Баймөхәмәтовтарҙың яҙ­мы­шы әҙәм аптыратырлыҡ булыуына ғәжәп итәһе лә түгелдер, моғайын. Күрәһең, һан аша холоҡ-фиғел төрлө­лөгө лә, мәңгелек эске көрәш кеүек күренеш тә, зиһен һәм хәтер ҙә күсә киләлер, артабанғы яҙмыш-йәшәйешкә үҙ ауырлығын һалалыр.
...Ҡартатайымды бик бәләкәй сағым­да бер нисә мәртәбә күреп ҡалдым. Иҫәндән Юлдашҡа йәйәүләп килеп, мине алдына ултыртып һөйөп, күстә­нәс­тәре менән һыйлап ҡайтты. Дәү кәүҙәле, көрәк һаҡаллы ҡартатайым­дың минең өсөн кем булыуын да аңламай ҡалдым шикелле. Ә бына ҡартәсәйемде күрергә насип булманы. Университеттың беренсе курсын та­мам­лағас, ҡәйнәһенең түшәктә ятыуын ишетеп, әсәйем мине Түбәнге Иҙрис ауылына алып китте. “Өләсәйең һине күрергә теләй”, — тип. Ул заманда хәҙерге кеүек автобус йөрөмәй. Асҡар милицияһында эшләгән Ким тигән ағайҙы яллап, юлға сыҡтыҡ. Беҙ кил­гәндә өләсәйемдең етеһен уҡыталар ине инде. Мәрхүмә өләсәйем миңә дебет шәлен васыят итеп ҡалдыр­ғай­ны...
Атайым яғынан туғандарым хәтһеҙ. Тик күбеһен белмәйем. Белгәндәр менән дә күрешеп булмай.
Бер йылы Иҫәндә шәжәрә байрамы үткәргәндәр. Мине Гөлгизәр Баймөхә­мәтова тип эҙләгәндәр, шуға таба алмағандар. Аяуһыҙ тормош дауылдарынан ҡурсаларға тырышып, шулай уҡ атайымдың васыятын үтәү йөҙөнән әсәйем исем-фамилиямды үҙгәрткән бит. Әммә был ғына мине маңлайға яҙылған яҙмыш һынауҙарынан яҡлап ҡала алманы...




Вернуться назад