“Ҡыҙыл әтәс”кә әйләнгән ҡомаҡ31.10.2014
Ауыл кешеләрен беләһегеҙ бит инде: береһе мәҙәк итеп һөйләй, икенсеһе шуны ысынға алырға тора. Бер ағай ҡомаҡтан нисек ҡотолорға белмәй йонсой икән. Тегеңә, тоҙаҡҡа эләккән хайуанға бензин һип тә ут төрт, уның әсе итеп ҡысҡырған тауышынан ҡурҡып, башҡалары йорт тирәһенән әллә нисәмә саҡрымға ҡасып бөтөр, тип аҡыл өйрәткәндәр. Теге ни, тотҡан да шулай эшләгән. Тик… яна башлаған ҡомаҡ тоҙаҡтан әллә нисек ысҡынып киткән дә эргәлә генә торған эҫкерт аҫтына инеп юғалған. «Бесән яна, ярҙамға килегеҙ!» — тип ҡысҡырған та­уышҡа һыулы күнәктәр күтәргән күршеләре йүгереп килеп еткән. Эй көтәләр, ти, былар төтөн сыҡҡанын, эй көтәләр, ти. Әммә, бәхеткә күрә, тәүлек буйы алмашлап дежур ойоштороп ҡарап торһалар ҙа, ҡомаҡ эҫкертте яндырмаған. Ҡорот­ҡос­тарҙан ҡотолғанмы ағай, юҡмы – уныһын белмәйем, ләкин башҡаса ут менән уйнамаҫлыҡ булғандыр инде.

Кемде кем аҡылға ултыртҡан?

Ут тигәндән, ҡыҙғанысҡа әйләнеп китә яҙған тағы бер ҡыҙыҡ хәл хаҡында ишеткәйнем. Бер хужаның йүнһеҙ һарығы бар икән. Ул көтөүҙән ҡайта ла, йорт-ҡура тирәһендә ниндәй сепрәк-сапраҡ бар, шуны ашап тик йөрөй икән. Көн дә бер күренештән ялҡҡан ир һарыҡты аҡылға ултыртмаҡсы булған – малының яландан ҡайтыуына ҡоймаға бензинға мансылған күлдәк элеп ҡуйған. Һарыҡ сепрәкте ҡабыуы була – хужа ут төртә лә ебәрә. Ҡото осҡан бахыр малҡай эй саба, ти, йорт-ҡура буйлап. Мал үҙе янып китмәһен тип, ир уның артынан төшөп алған, ти. Шулай баҫтырыша торғас, саҡ тотоп алған. Ярай әле, һарыҡҡа бер ни ҙә булмаған.





Вернуться назад