– Ошо ҡулайлаштырыу менән башты ҡатырҙылар инде!..
Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ ҡына ул. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа башы-тояғы менән ҡаршы тора. Бына әле лә ҡулайлаштырыу сәйәсәтен фәлән дә төгән тип зыҡ ҡубыша. Минеңсә, етәкселәрҙе бушҡа әрләйҙәр. Бына уйлап торам-торам да, яман шәп булды әле, тим. Эйе, эйе! Белеп эшләйҙәр, улар шуның өсөн уҡыған бит. Ҡулайлаштырыу әҙәм балаһына ҙур мөмкинлектәр тыуҙыра. Әллә күпме аҡса янда ҡала. Мәҫәлән, хәҙер беҙҙең силсәүет, пушты, укол һала торған медпункт, кантур, магазин, мәктәп, йәсле, әптек бер урында. Нисә көн элек кенә машина йүнәтә торған оҫтахана ла астылар. Уныһы бигерәк тә ҡулайлы булды. Бөтә йомоштарыңды бөтөрәһең дә ҡайтаһың. Бер көн, дәрес ваҡытында, балаларға:
– Шуны уҡығыҙ, мин хәҙер киләм, – тинем дә, йәһәт кенә сыға һалып, машинамды төҙәттерҙем.
Йә, шул насармы? Магазины булыу ҙа уңайлы. Кисә ҡунаҡта йөрөгәйнем, үҙегеҙ беләһегеҙ, унда ауыҙҙы күккә сөйөп ултырып булмай ҙа инде, аҙ-маҙ йотҡоларға тура килде. Тағы ла балаларға:
– Ошо күнегеүҙе эшләгеҙ, – тинем дә, тиҙ генә магазинға инеп, башты йүнәтеп алдым.
Аңлағанһығыҙҙыр инде, балаларға белем бирәм мин. Шул ҡулайлаштырыу арҡаһында хәҙер киң профилле уҡытыусыға әүерелдем. Элек мәктәбебеҙ ун бер йыллыҡ булһа, былтыр туғыҙ йыллыҡ итеп ҡалдырҙылар. Ҡалмаҫ ине лә, уҡыусылар бигерәк аҙ. Уҡытыусылар, врачтар бөтәһе лә балаларын район үҙәгендәге гимназияға биреп бөттө. Үҙемдең ике балам да шунда уҡый. Быйыл анау ыскутник Сәмәй ҙә улын гимназияға алып киткән булды, бала һанын кәметеп.
– Кит, иҫәр, ниңә улайтаһың, исмаһам, үҙеңә ярҙамлашыр, – тигәйнем, әллә кем булып ҡулын ғына һелтәне:
– Һеҙҙән ҡайһы ерем кәм? Мин дә баламдың ҙур кеше булыуын теләйем, – ти.
Бығаса физкультуранан ғына уҡытһам, хәҙер, физиканан, урыҫ, инглиз теленән, тарихтан белем бирәм. Йыр дәресен дә алып барырға ҡуштылар. Өйҙә уҡып өлгөрмәһәм, китаптан фәлән-фәлән биттәрҙе уҡығыҙ, тим. Ә бына физика ауырыраҡ, әлбиттә. Үҙем ун бер йыл шунан бер нәмә лә белмәнем. Ана, яуаптары яҙылған китаптар донъя хәҙер, шунан күсерәбеҙ ҙә ҡуябыҙ.
Элек мәктәпте газ менән йылытһаҡ, хәҙер – утын менән. Ниңә, бик дөрөҫ эшләнеләр. Өҫтөңә ағас ауып килһен дә былай ҙа барлы-юҡлы газды шул теләһә кемдең балалары өсөн әрәм итеп тор әле.
– Ауылды ҡороталар, – тип етәкселәрҙе, депутаттарҙы әрләүҙәре менән төптө килешмәйем.
Бөтәһенә лә үҙебеҙ ғәйепле. Әлегә берәүҙең дә килеп:
– Бар, ауылдан сығып китегеҙ, – тип ҡыуалап йөрөгәне юҡ. Киреһенсә, тыуған ерегеҙҙә ҡалығыҙ, тип өлтөрәп торалар.
Депутат тигәндән, теге ваҡыт Ярлыяҡ районына барғайным, депутат итеп һайланған ханымды серетепме-сереттеләр.
Имеш, теге лә был, дүрт йыл элек, һайланырҙан алда, бер тапҡыр күрһәләр, хәҙер йөҙөн дә онотҡандар. Ғәжәп: әллә уны үҙҙәре һайлап ҡуйғас та, ул шунда йәшәргә, уларҙың өйөнә һыу, газ үткәрергә, урам буйындағы ҡарҙы таҙартып, һуғышҡан кешене аралап йөрөргә тейеш тип кенә уйлайҙар инде. Депутат тигәс тә, уның ире, балалары юҡмы ни? Һәр кем иң тәүҙә үҙенең ғаиләһен хәстәрләргә тейеш. Балаларына өй һалып ҡалырға, йылына бер килгән отпускыла йылы яҡта ял итеп өлгөрөргә лә кәрәк. Шулай итеп, дүрт йыл “һә” тигәнсе үтә лә китә. Унан тағы әллә һайлайҙар, әллә юҡ...
Эйе, эйе, шул тиклем ат кеүек егелеп эшлә лә саҡ ҡына ял итеп тә алма, имеш. Улар һаулығын юғалтһа, беҙҙе кем хәстәрләр? Төртһәң, тәгәрәргә торған сихут, шыр һөйәк депутаттар кәрәкмәй. Ундайҙар халыҡты яҡлап яғалаша аламы ла пенсияны, эш хаҡын арттырыу хаҡында закон ҡабул итергә һәләтлеме? Ана бит, телевизорҙан күргәнегеҙ барҙыр, тормошобоҙҙо яҡшыртабыҙ, тип ҡайһылары сеймә-сей килеп дөмбәҫләшә. Кемдер ишшеү уларҙың кеҫәһендәге аҡсаны һанай. Йәнәһе, йөҙәр меңләп алалар. Шул тиклем эшлә лә алма, имеш. Уныһы ла аҙ әле ул! Мин үҙем, хәлемдән килһә, тағы ла күберәк түләр инем. Улар беҙгә һәр тинде иканумлау өсөн тырыша, шунһыҙ алға китеү була тиме.
Бына шулай, йәмәғәт! Ҡулайлаштырыуҙы берүк әрләмәгеҙ. Харап уңайлы нәмә!