Сибай хәбәрҙәре29.10.2014
Сибай хәбәрҙәреШиғриәтле ҡала

Күптән түгел Сибай ҡалаһының Салауат Юлаев бюсы янында Шиғриәт байрамы үтте.

Байрам сараларының тап ошо урындан башланыуы юҡҡа түгел, сөнки ҡалала әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән иң-иңдәр өсөн яҙыусы һәм публицист Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия булдырылып, йыл һайын Шиғриәт байрамында тапшырыла. Быйыл ул Сибайҙа мәғариф үҫешенә тос өлөш индергән, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ҡала тормошонда әүҙем йәмәғәт эштәре алып бар­ған Сибай башҡорттары ҡорол­тайы ағзаһы, тел һәм милләт киләсәге өсөн борсолған, ҡаланың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡоваға (һүрәттә) тапшырылды.
— Хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Рамаҙан Өмөтбаев исемен йөрөткән премияға тәҡдим иткәнегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Был премияға лайыҡ булыу яуаплылыҡ та өҫтәй, — тине ул.
Шуныһы ҡыуаныслы: башҡаларҙан айырмалы рәүештә, Рәсимә Айсыуаҡова тәүгеләрҙән булып “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, уны ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейына бүләк итте. Уның ошо аҙымы милләтем, телем, халҡым киләсәге тип борсолоп йәшәүен раҫлай.






Көтөп алынған йәрминкә

Сибай хәбәрҙәреҠалала ауыл хужалығы тауарҙарын һатыу буйынса “Уңыш-2014” тип аталған муллыҡ байрамы старт алды.

Йәрминкәлә Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәй­булла, Бөрйән, Ғафури, Күгәрсен, шулай уҡ күр­ше Силәбе өлкәһенең Агаповский, Ҡыҙыл ра­йондарынан, Магнитогорск, Орск ҡа­ла­ла­- ры­нан шәхси эшҡыу­ар­ҙар үҙ тауарын тәҡдим итте. Һәр ваҡыттағыса йәрминкә түрен ит менән бал биҙәне. Һатып алыу­сыларға һайлап алыу мөмкинлеге ҙур булды: һарыҡ, һыйыр, йылҡы ите тиһеңме, ҡош-ҡорт түшкәләреме, ҡаҙы, ҡарта, тултырмамы — йәнең теләгәнеңде ал!
Күптәр арзан хаҡҡа кәбеҫтә, һуған һайлаһа, икенселәре арпа, бойҙай, һоло “запас”ы тупланы. Бөрйән районы эшҡыуарының мунса буралары ла “һә” тигәнсә үҙ хужаһын тапты. Бал тәҡдим иткәндәр ҙә байтаҡ ине. Шулай ҙа халыҡ Күгәрсен һәм Бөрйән райондарынан килтерелгән йүкә балына өҫтөнлөк бирҙе. Был юлы шифалы балдың өс литрын мең һумға һатып алырға ла була ине. Халыҡ шөғөлдәрен дауам итеп, йылы һәм йомшаҡ быймалар һатҡан Йәүҙәт Мәхмүтовтың да, Ейәнсура шәлдәре менән сауҙа иткән Миңзәлә апайҙың да кәйефе шәп! Ауыл ҡаланы туйҙыра, тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә тағы бер ҡат инандыҡ. Тап ошондай көҙгө йәрминкәләр ике яҡ өсөн дә бик отошло. Кемдер үҙ тауарын һатып кинәнһә, икенселәре уны арзан хаҡҡа алып ҡыуана.




Вернуться назад