Теләһәң, өйҙө һалып бирәләр29.10.2014
Теләһәң, өйҙө һалып бирәләр Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй. Был ҡала, ауылдарыбыҙ ҙурая, үҫә тигән һүҙ.

Ауылдың социаль һәм торлаҡ мәсьә­ләләрен хәл итеүҙә төп урында аҙ ҡатлы төҙөлөш тора. Был йүнәлешкә төрлө маҡсат­лы программалар йәлеп ителгән. Төҙөлөш федераль, республика һәм эште алып барған ойошмалар аҡсаһы иҫәбенә башҡарыла.
Әле шәхси йорт һалғанда 90 процент осраҡта торлаҡ үҙаллы төҙөлә. Бигерәк тә ауыл кешеһе эш рәтен белә, әлбиттә. Әммә хәҙерге заманда төҙөлөш стандарттары, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, ниндәйҙер дөйөм талаптар үтәлергә тейеш. Шуға күрә ошо йүнәлештә сертификатҡа, кадрҙарға һәм матди-техник базаға эйә булған профессионалдар хеҙмәтенә ихтыяж арта бара.
Шундай төҙөлөш ойошмаларының береһе – “Кузнецов крәҫтиән (фермер) хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғи­әте. Рес­пуб­ликаның төрлө төбәк­тәрендә ағастан торлаҡ йорттар һала ул. Ә Белорет райо­нының Үҙән һәм Ҡаһарман ауыл­дарының социаль-иҡтисади тормошонда бигерәк тә ҙур роль уйнай: мәктәп, интернат, балалар йорто уның хеҙмәтенән файҙалана.
Йәмғиәт эшмәкәрлеген “Йорт комплекты” проекты буйынса йәйелдергән. Әйткәндәй, брустан комплект хаҡы, өйҙөң майҙанына ҡарап, 213 – 280 мең һум тора. Ҡыйбат түгел. Был программаның йөкмәткеһе шу­нан ғибәрәт: торлаҡ шарттарын яҡшыр­тыуға мохтаж ер участкаһы һәм таш­ламалы аҡса заемын кире ҡайтарырлыҡ килеме булған гражданға 25 йылға бер тапҡыр 150 кубометрға тиклем ағас бүленә; биш йылға 300 мең һумғаса биш процентлы ташламалы кредит бирелә; конкурс нигеҙендә һайлап алынған тө­ҙөлөш ойошмаһы менән граждан араһында йорт комплекты әҙерләүгә килешеү төҙөлә.
“Кузнецов крәҫтиән (фермер) хужалығы” йәмғиәте эшмәкәрлеген 2006 йылда тәүҙә таҡта бысып, бура бурап һатыуҙан башлай. Ете йыл эсендә ике капиталь ағас эшкәртеү цехы, ике ағас киптереү камераһы сафҡа индерелгән, евровагонка, блок-хаус етешт­ереү өсөн сит ил станогы һатып алынған. Йыл һайын 800 мең төп ҡарағай һәм ҡарағас үҫентеһен баҙарға сығар­ған питомник булдырыл­ған, йәғни ағас эшкәртеүҙә үҫенте ултыр­тыуҙан алып төҙөлөш материалы алғанға тиклем тулы цикл үтәләр. Былтыр, мәҫәлән, урман 50 гектар ерҙә ҡырҡылһа, 20-һендә тәр­биәләнгән, 30-ында ул­тыр­тылған. Шу­ныһы ла мөһим: предприятиела ур­ман ян­ғындарын һүндереү өсөн бөтә техника бар. 2010 йылда ошондай эш­тәге ҡаһарманлыҡтары респуб­ликаның Урман хужалығы министрлығы грамотаһы менән баһа­ланған.
Ике йыл элек “Баш­ҡор­тос­тан Республикаһы Торлаҡ төҙөлөшө фон­ды” дәүләт унитар предприятиеһы заказы менән йорттар төҙөргә тотоналар. Стәрле­баш, Федоровка, Миәкә райондарында байтаҡ кү­ләмдә эш башҡар­ғандар. Стәрле­баш ауылын йә­шелләндереү маҡса­тында мең төп ҡарағай үҫентеһе бүлгәндәр.
Предприятиела 12 кешегә хеҙмәт урыны булдырылған. Ҡаһарман ауылынан машина йөрөтөүсе Юлай Шәрипов менән Үҙәндән ағас бысыу оҫтаһы Сергей Дубинин – алдынғы эшселәр. Улар башҡа хеҙмәт­тәштәре менән һәр кем яҡты, иркен өйҙә йәшәһен өсөн барлыҡ көсөн һала.





Вернуться назад