Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар29.10.2014
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
“Гүзәл тәрбиә биреү – бөтмәй торған мираҫ ул. Дөрөҫ тәрбиә юҡ икән, балаларға донъя тулы алтын ҡалһа ла, файҙаһы булмаҫ. Тәрбиәһеҙлектәре – бәхетһеҙлектер, уның өҫтөнә мираҫ итеп ҡалған алтындар икенсе бәхетһеҙлек булыр”, – тигән билдәле мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдин. Район үҙәгендә урынлашҡан Балалар ижады үҙәгендә меңгә яҡын уҡыусы шөғөлләнә. Мәғариф учреждениеһының төп маҡсаты – малай һәм ҡыҙҙарға матур тәрбиә биреү, төрлө яҡлап уларҙың һәләтен үҫтереү.


Ижад үҙәге бейеү, вокал, театр сәнғәте, музыка ҡоралдары, экология, биология, туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү, социаль-педагогик йүнәлеш буйынса уңышлы эшләп килә. Балалар ойошмаһы эшмәкәр­легенең сифаты учреждениеның 2013/14 уҡыу йылындағы уңыш­тарынан күренә. Үҙәк директоры Кәүсәр Сәйетов – үҙе күп яҡлы талант эйәһе: ҡурайсы, бе­йеүсе, йырсы... Етәк­сеһе сәнғәтте үҙ иткәнгә күрә, бала­ларҙың да уңыштары ҡыуандыра. “Нур”, “Ҡо­лонсаҡ” театр, “Йон­доҙсоҡтар” бейеү, “Яңғыҙ йыр”, “Илһам” коллективтары районда үткән сараларҙы үҙ сығыштары менән биҙәй. Нефтекама ҡалаһында “Яҙғы тамсылар” республика конкурсында Вилнур Фазылов, Данис Латипов, Элина Алиева, Илнар Ғилмет­динов, Линар Ғилмиханов, Алина Ҡаҙраева, Линара Зарипова конкурс лауреаттары һәм дипломанттары булһа, Айбулат Ғиләжет­динов Гран-при яуланы. Ул шулай уҡ “Оҙон көй-2013” йыр бәйгеһендә Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән килгән 110 ҡатнашыусы араһында өсөнсө урынды алды, “Сулпылар” республика телевизион конкурсында ҡатна­шып, финалға сыҡты.
“Нур” театр коллективы, Раевка ауылында үткән “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында сығыш яһап, “Иң яҡшы сәхнә композицияһы” номи­нация­һын­да дипломант булды. Коллектив ағзалары Данияр Баһуманов менән Мәрйәм Шафиҡова “Сәхнә өмөтө” йүнә­лешендә Маҡ­тау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
В. Ғөзәйерова етәкселе­гендәге тыуған яҡты өй­рәнеү һәм туризм түңә­рәге ағзалары “Башҡор­тостан – ҡурсаулыҡтар иле” республика викторина­һында ҡат­наш­ты. Дүрт уҡыу­сы беренсе урынды алды, икәүһе лауреат булды. Дамир Ғөзәйеров, Алһыу Йосопова, Азат Ситдиҡов “Ватан юлынан” республика тикше­ренеү бәй­геһендә финалға сыҡты, һәр береһе үҙ номинацияһында лауреат исемен алды. Тырыш педагог уҡыусылары менән Баш­ҡортостанды арҡы­ры­ға-буй йөрөп сыҡҡан. Кү­гәрсен районындағы Мора­ҙым мәмерйәһенә лә сәйәхәт ҡылғандар, килә­сәктә Арҡайымға барырға йыйыналар.
Мәғариф системаһының иң әһәмиәтле йүнәлеш­тәренең береһе – балалар­ға экологик белем биреү. Үҙәктә ошо йәһәттән даими рәүештә олимпиадалар, слет-конкурстар үткә­релә. Бында шулай уҡ бала­ларға эстетик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Педагог А. Мостафина етәк­селе­ген­дәге художество-керамика түңәрәге ағзаһы Алина Шәрифуллина үҫ­мер­ҙәр араһында үткәрел­гән “Ҡыш­ҡы әкиәт” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә “Минең эштә­рем” номинацияһында икенсе урынды алды. Шул уҡ конкурста педагог үҙе “Оҫталыҡ дәресе” проекты өсөн “Үҙем менән таныштырыу” номинацияһында икенсе урынды яуланы.
Йыл дауамында үҙәктә “Тәбиғәт көҙгөһө” конкурс-күргәҙмәһе, “Балалар күҙе менән йәшел йыһан”, “Эко-объектив” исемле фоторепортаждар бәйгеһе, “Ке­­ше­­ләр яҙмышы һәм урман тормошо” тигән әҙә­би конкурс ойошторола. Район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге ҡарары буйынса “Бала саҡ карабы” тигән өр-яңы ярыш булдырылды, ул ике көнгә иҫәпләнгән.
Өҫтәмә белем биреү учреждениеһында шөғөл­лән­гән балалар, файҙалы һөнәрҙәргә өйрәнеп, һәләттәрен үҫтерер һәм киләсәктә уларҙы тормошта ҡулланыр тигән ышаныс­та ҡалайыҡ. Ижад үҙәгендә күңелле ығы-зығы бер ҡасан да тынмаһын.





Вернуться назад