Тирәкле йылғаһы аша — яңы күпер29.10.2014
Тирәкле йылғаһы аша ҙур күпер сафҡа инде. Яңы ҡоролма заман талаптарына яуап бирә.

Ул тиҫтәләрсә йыл элек һалынған иҫке күперҙе алмаш­тырҙы. Валентиновка менән Үрге Ләмәз ауылдары ара­һындағы юлдың Рязановка — Сафроновка участкаһында транспорт бик күп йөрөй. Оҙонлоғо — 10, киңлеге 8 метр самаһы тәшкил иткән күпер хәүефле ерҙә көсөргә­неш­лекте кәметеү мөмкинлеген бирәсәк. Бында йәйәүлеләр өсөн юлдар, яҡтыртҡыстар бар. Төҙөүселәр, күпергә етәрәк хәүефле боролошто үҙгәртеп, тура юл һалған.
Күпер ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Объекттың хаҡы — 15 миллион һум. Шуны ла әйтергә кәрәк: был районда тәүге ҡоролма түгел, быйыл Ләмәз йылғаһы аша ла күпер сафҡа ингәйне.




Вернуться назад