Шағир уйланыуҙары ташҡа баҫылды29.10.2014
Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы үҙенсәлекле баҫма әҙерләне.

Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән “Мостай Кәрим афоризмдары” йыйынтығының төҙөүсеһе — Факил Мырҙаҡаев. Унда шағирҙың йәшәйеш мәсьәләләре, кешелектең әхлаҡи-эстетик ҡиммәттәре тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙары сағылыш тапҡан. Был фекерҙәр тормошсан, ихлас, ҡабатланмаҫ булыуы менән ҡиммәт. Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән, көндәлектәренән алынған афоризмдар — өлкәндәргә лә, йәш быуын өсөн дә тормош һабаҡтары.



Вернуться назад