Тәүге еңеү татлы була29.10.2014
Тәүге еңеү татлы була Яҡташыбыҙ Айнур Шәйбәков Төркиәлә үткән халыҡ-ара шашка буйынса шәхси-команда беренселегендә донъя чемпионы исемен яуланы.

Башҡортостандың Йәштәр сәйә­сәте һәм спорт министрлығы Айнур­ҙың был ҡаҙанышын тарихи еңеү тип баһалай. Тәүге тапҡыр чемпион исемен яулау ғүмерлек иҫтәлек инде ул.
— Барыһы ла һуңғы көндә хәл ителде. Дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса гроссмейстер Муродулло Амриллаевтан бер мәрәйгә артта килә инем. Аҙаҡҡы турҙа иһә Украина, Голландия, Рәсәй спортсыларын артта ҡалдырып, ошо юғары титулды яулауға өлгәштем, — ти Айнур.
Башҡортостан спортсыһы Муродулло Амриллаев иһә икенсе урынға лайыҡ булды. Бынан тыш, команда беренселегендә лә республика шашкасыларына тиң­ләшкәндәр табылманы.
Башҡортостан делегацияһы бөтәһе өс алтын, бер көмөш миҙал яуланы.



Вернуться назад