Өфөнөң “ете мөғжизәһе”н билдәлә29.10.2014
Өфөнөң “ете мөғжизәһе”н билдәлә Социаль программалар һәм граждан башланғыстары фонды халыҡҡа “Өфөнөң ете мөғжизәһе” тип аталған иҫтәлекле һәм әһәмиәтле урындар рейтингын төҙөргә саҡыра, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Әле исемлеккә Еңеү паркы, Салауат Юлаев һәйкәле, тирә-яҡты күҙәтеү тәгәрмәсе, “Ләлә” мәсет-мәҙрәсәһе, М.В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейы, “Аҡбуҙат” ипподромы, Өфө стрит-арты ингән. Проектты ойоштороусылар өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын мөғжизәләр исемлеген тулыландырырға саҡыра. Баш ҡаланың йөҙөн билдәләрлек объектты йәки урынды “Йополис” проектының Интернет-платформаһында (http://yopolis.ru/ideas/project/101) урынлаштырырға мөмкин. Тәҡдимдәр етерлек күләмдә йыйылғас, тауыш биреү һөҙөмтәһендә “ете мөғжизә” билдәләнәсәк.




Вернуться назад