Һыуыбыҙ тәмле, тиҙәр...29.10.2014
Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса Өфө Рәсәй ҡалаларында экологик үҫеш рейтингының беренсе баҫҡысын биләй. Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы сайтында ошондай документ донъя күрҙе. Алдынғылар иҫәбенә шулай уҡ Саранск, Вологда, Мәскәү һәм Воронеж ингән.
Был ҡалаларҙа атмосфера һауаһы торошона, һыу сифатына, транспортҡа, ҡала биләмәләрен файҙаланыуға, энергия ҡулланыуға бәйле хәл ярайһы уҡ яҡшы. Тикшереүгә 87 ҡала йәлеп ителгән булһа, улар ете категория буйынса баһаланған. Өфө – һыу сифаты, биләмәләрҙе файҙаланыу, тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһауға идара итеү йәһәтенән алдынғылар иҫәбендә.
Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Ринат Ғиззәтуллин билдәләүенсә, был рейтинг ниндәй ҡалала тын алыуы еңелерәк тигән принциптан сығып төҙөлмәгән. Уның асылы урындағы хакимиәттәрҙең төбәктә экологик хәлде яҡшыртыу йәһәтенән алып барылған эш һөҙөмтәһен билдәләүҙән ғибәрәт.
Тирә-яҡ мөхитте бысратыуға, беренсе сиратта, автомобилдәр ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, Түбәнге Новгород ҡалаһында был күрһәткес 83 процент тәшкил итә. Исемлектә икенсе урынды сәнәғәт предприятиелары ала. Хәйер, кешеләр ҙә тирә-яҡ мөхитте бысратыуға шаҡтай өлөш индерә.