Хәйбуллаларға — афарин!29.10.2014
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйбулла районында һайлау кампанияһы һөҙөмтәләрен баһаланы. Хәйҙәр Вәлиев сараны ойоштороусыларҙың йомғаҡлау кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Район Советы һәм хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, территориаль һайлау комиссияһы ағзалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, участка һайлау комиссиялары рәйестәре, сәйәси партиялар, күҙәтеү, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре һайлаусыларҙың юғары әүҙемлеген билдәләне. Тимәк, халыҡ власҡа ышана. Махсус ойошторолған эш төркөмө, райондағы һәр ауылға барып, ҡануниәткә ярашлы, һайлау тураһында мәғлүмәт таратҡан. Халыҡ менән осрашыуҙарҙа көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелгән.
Киләһе йыл урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына — ауыл биләмә Советтарына һайлау уҙғарыла. Хәйҙәр Вәлиев ошо турала һөйләне. Ул һайлауҙы сифатлы ойошторған кешеләргә рәхмәт белдерҙе. Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы әйтеүенсә, участка һайлау комиссиялары ҙур яуаплылыҡ күрһәтеп, мөһим эште лайыҡлы башҡарҙы.