Эт кешегә дуҫмы, дошманмы?29.10.2014
Эт кешегә дуҫмы, дошманмы?
Эт – кешегә дуҫ, тип әйтергә яратһаҡ та, һуңғы ваҡытта дүрт аяҡлы тоғро дуҫтарыбыҙ дошманға әүерелә барған кеүек. Урамдарҙа берәҙәк эттәр һаны артып ҡына ҡалмай, уларҙан зыян күреүселәр ҙә күбәйә. Күптән түгел ауылда йәшәгән бер танышымдың ҡыҙы күршеһенең этенән тешләнеп, бик ауыр хәлдә дауаханаға эләгә. Хужаһы ғәфү үтенер урынға, балаларын ҡарамағанлыҡта ғәйепләп, уның этен асыуландырған өсөн әрләп китә. Кешеләр эткә әйләндеме, әллә тоғро дуҫтарыбыҙ хыянат итә башланымы... әйтеүе ҡыйын.

Үҙем йәшәгән Сибай ҡалаһы урамдарында ла берәҙәк эттәр мәсьәләһе көнүҙәк. Әллә үҙем эттәрҙән ҡурҡҡан­ғамы, әллә улар мине яратамы, йыш ҡына өйөрө менән осрап ҡуялар. Шул саҡта йөрәгемдең нисек типкәнен белһәгеҙ ине! Ә кескәй балалар йәки ололар ошо хәлдә ҡалһа?
Бәләкәй саҡта минең яратҡан Шарик исемле этем бар ине. Көндәрҙең береһендә ул ҡапыл юҡҡа сыҡты. Аҙаҡ асыҡланыуынса, уны атып киткәндәр. Этемде йәлләп шул саҡтағы илауым әле лә хәтеремдә. Ул ваҡытта ауылдар буйлап урамда йөрөгән эттәрҙе йә аулап, йә шунда уҡ атып китәләр ине. Бөгөн һәр ерҙә эт өйөрө йөрөй, ә уны юҡ иткән дә, тотҡан да кеше юҡ.
Бер мәл Әбйәлил районының Әл­мөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Рәйлә Ғүмәрова менән урамдан үтеп барабыҙ. Күҙ алдыбыҙҙа бер эт ҡаҙҙар төркөмөн өркөтөп, ҡурҡышынан айырылып ҡалған берәүһен ботарларға кереште. Хатта беҙҙең ҡысҡырыуға ла иғтибар итмәй, тешләп алып йорто яғына йүгерҙе. Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы ҡаҙҙы саҡ һалдырып алды.
— Бөгөн берәҙәк эттәргә ҡаршы бер ниндәй закон юҡ. Әгәр элегерәк ауыл хакимиәте ауылдарҙа йөрөгән эйәһеҙ хайуандарҙы бөтөрөү өсөн махсус рейд ойоштора алһа, бөгөн ундай хоҡуғыбыҙ юҡ. Эт хужалары ла уларҙы бәйләп тотмай, — тип фекере менән уртаҡлашты ауыл биләмәһе башлығы.
Ә бит “Башҡортостан Республика­һының ҡалалары һәм ауылдарында эттәрҙе тотоу тураһында ҡағиҙәләр” исемле 336-сы ҡарарға ярашлы, һәр эт мотлаҡ ветеринария хеҙмәтендә теркәлергә, паспортлы булырға һәм муйынсаһына теркәү билдәһе эләк­терелергә тейеш. Шулай уҡ йыл һайын уға ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакцинация яһатыу мотлаҡ. Бөгөн эттәрен “һуғарырға” алып сыҡҡан ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең “ғаилә ағзаларын”а хатта морондоҡ түгел, муйынса кей­ҙереүҙе лә уларға ҡарата ғәҙел­һеҙлек тип һанай шикелле. Урам буйлап бейәләй ҙурлығындағылары ла, бүре­ләй­ҙәре лә иркен йөрөй, үткен­селәргә берҙәй хәүеф тыуҙыра. Уйлап ҡараһаң, уларҙың берәҙәккә әйлә­неүендә тап кешеләр ғәйепле түгелме һуң? Төрлө тоҡомло эттәрҙе аҫрауға алалар ҙа, йыбанып, сығарып ташлайҙармы йәки бәйләргә оноталармы – белмәҫһең, тиҙҙән дүрт аяҡлы “дуҫ” аҡрынлап урам берәҙәгенә әүе­релә.
Йылы креслоларында ултырған депутат ағайҙарыбыҙ тейешле ҡарар ҡабул иткәнсе, әлегә эйәһеҙ эттәр үҙҙәренең дуҫтарына – кешеләргә һөжүм итә, ауыр йәрәхәттәр һала. Боҙ урынынан ҡуҙғалғансы күпме фажиғә кәрәк булыр — билдәһеҙ.


Дима Герауф менән булған фажиғә барлыҡ республика халҡын тетрәндерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһендә 10 йәшлек баланың өҙгөләнгән кәүҙәһе табыла. Күҙаллауҙар буйынса, малайҙы берәҙәк эттәр талап үлтергән.
Ғөмүмән, был мәсьәлә киҫкен ҡала. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, баш ҡала урамдарында 30 меңдән ашыу хужаһыҙ хайуан иҫәпләнә. “Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығы белгестәре иһә тағы ла уйландырырлыҡ һандар килтерә: быйыл туғыҙ айҙа 2513 кеше, эттән тешләнеп, дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Был былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 300 осраҡҡа күберәк. Республикала иһә былтыр 145 мең хужаһыҙ эт һәм бесәй иҫәпләнгән. Йыл дауамында шуларҙың 53 меңгә яҡыны ауланған.



Минзәлә БУЛАТОВА, Өфө районының Чернолес ауылы:
— Ауылыбыҙҙың эргәһендә генә 15-20-ләгән берәҙәк эт йөрөй. Халыҡтың ҡош-ҡортон талай, кәзә малына ла тейә. Минең дә бер нисә ҡаҙ бәпкәмде тамаҡланылар. Ҡыҙыл Яр ауыл Советына мөрәжәғәт иткәйнек, мәсьәләне хәл итергә вәғәҙәләнеләр. Йәй буйы көттөк, хәҙер көҙ үтеп китте... Түҙ­мәнем, баш ҡаланың махсус автоху­жалығына үҙем шылтыраттым. Ауыл Советынан бер ниндәй ҙә заявка булманы, тиҙәр. Баҡтиһәң, урындағы хакимиәттең автохужалыҡ хеҙмәткәр­ҙәрен саҡыртырға аҡсаһы юҡ икән. Бер этте тотоу уртаса 500 һумға барып баҫасағын күҙаллағанда ла, 100 мең һум кәрәк, тиҙәр.

Александр СОЛТАНОВ, кинолог:
— Эт өйөрөнә тап булһағыҙ, мөмкин тиклем үҙегеҙҙе тыныс тоторға тыры­шығыҙ. Берүк ҡысҡырмағыҙ, йүгер­мәгеҙ. Ҡоймаға, йә булмаһа йортҡа терәлеп тороғоҙ ҙа эттәр үтеп киткәнсе шым ҡалығыҙ. Үҙегеҙ менән һыҙғырт­ҡыс йөрөтөгөҙ. Ветеринария магазиндарында уны 300-400 һумға һатып алырға була. Эттәр килеп сыҡһа, һыҙғыртҡысығыҙҙы улар яғына төбәп ҡысҡыртығыҙ, ультратауыш хай­уан­дар­ға көслө тәьҫир итә.

Рәмил ҒҮМӘРОВ, Өфөләге махсус авто­хужалыҡ директоры:
— Берәҙәк эттәр тураһында тура беҙ­ҙең хужалыҡҡа хәбәр итегеҙ. 8 (347) 223-43-94, 223-91-01 телефон һандары махсус ошо мәсьәлә буйынса көйләнгән. Шуны ла иҫкәртәм: эт аулау хеҙмәте бушлай башҡарыла. Телефондан шылтыратып ҡына ла заявка ҡалдырырға мөмкин. Был осраҡта барыһы ла халыҡтың уяулығынан тора. Район-ҡалаларҙа ла был йәһәттән махсус хеҙмәт эшләй. Мәсьәлә киҫкенләшһә, беҙ ҙә ярҙамға сығабыҙ.


Вернуться назад