Сулпан Үҙәнбаев сығышы менән – Мәләүез районының Смаҡ ауылынан. Яҙмыш елдәре уны Нефтекама яҡтарына килтергәнгә лә байтаҡ ваҡыт үткән.Күп йылдар “Башнефть” берекмәһенә ҡараған “Арлан” совхозына етәкселек иткән тәжрибәле белгес әле “Нефтекама эсемлектәре” йәмғиәтендә директор вазифаһында уңышлы эшләй. Киләсәккә уй-ниәттәре лә ҙур уның.
Бала саҡтан халҡыбыҙҙың матур йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып тәрбиәләнгән ир-уҙаман туған телдә сыҡҡан матбуғат баҫмалары менән даими танышып бара. Шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитен дә ҡыҙыҡһынып уҡый.
Ошо көндәрҙә Сулпан Рәшит улы матур башланғысы менән ҡыуандырҙы: төрлө милләт кешеләренән тупланған коллективы өсөн “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырҙы.