Һәр милләт ихтирамға лайыҡ29.10.2014
Район мәҙәниәт йортонда “Батыр-шоу” спорт һәм күңел асыу сараһы башланыу менән мәктәп уҡыусылары араһында милләт-ара татыулыҡты нығытыуҙың төп маҡсат итеп ҡуйылыуы яҡшы аңлашылды.

Был көндә район мәҙәниәт йорто эргә­һендә, нигеҙҙә, мәктәп автобустары урын алды. Исеме үк әллә ҡайҙан ылыҡтырып, саҡырып торған “Батыр-шоу” сараһына райондың ун ике мәктәбенән VI–VII класс уҡыусылары йыйылғайны. Алдан уҡ ойош­тороусыларға “Афарин!” тип әйтергә мөмкин, маҡсатҡа өлгәшеүҙең өр-яңы фор­маһын табып, үҫмерҙәрҙе ҡыҙыҡ­һын­дыра алғандар.
Етешәр кешенән торған командаларға йөкмәтелгән тәүге бурыс төрлө милләттең кейемдәрендә үҙҙәре менән лайыҡлы таныштырыу ине. Майҙан уртаһына район билә­мәһендә йәшәгән барлыҡ милләт вәкилдәре лә сыҡты. Башҡорт батырҙары, мари бәһле­үәндәре, белорус һылыуҡайҙары, украин, сыуаш, мордва, урыҫ, татар, немец егеттәре һәм ҡыҙҙары сифатында һәр береһе һынау­ҙы уңышлы үтте. Әйткәндәй, конкурстың был өлөшө өйгә эш итеп бирелгәйне, шуға әҙерлектәренә һүҙ тейҙерерлек булманы. Район үҙәгендә, Романовка, Ивангород, Суйынсы-Николаевка, Рассвет һәм Суйынсы ауылдарында йәшәгән төрлө милләт халҡы­ның үҙенсәлекле мәҙәни донъяһы, аҫыл сәнғәт өлгөләре менән яҡындан таныш­тырҙылар.
Артабанғы ярыш йәрәбә буйынса дауам итте. Ул маршрут ҡағыҙҙарында билдәләнгән спорт төрҙәрендә таһыллыҡты күрһәтеүҙән тора ине. Үҫмерҙәр һәр милләттең батыр­ҙары ла, етеҙҙәре лә күп булыуына ныҡлы ышандырҙы.
Алда әйтеп үтелгәнсә, сара тәрән уйланып ойошторолғайны. Беренсенән, район мәҙә­ниәт йортонда ауыл һәм ҡала мәктәптәре уҡыусыларына осрашыу-танышыу мөмкин­леге бирелде. Икенсенән, үҫмерҙәрҙә һәр милләткә ҡарата ихтирам тыуҙыра алыуы менән әһәмиәтле булды. Был кисәнән, моға­йын, барыһы ла дуҫлыҡ осҡоно алып ҡайтҡандыр.






Вернуться назад