…Яр саллылар ҙа ярҙам һорай29.10.2014
“Башҡортостан”дың быйылғы 26 сентябрҙә сыҡҡан һанын уҡып ҡыуандым. Йөкмәткеһе бай, фәһемле фекерҙәр ҙә аҙ түгел, байтаҡ мөһим мәсьәлә күтәрелгән. Бигерәк тә респуб­ликаның мәғариф министры Әлфис Ғаязов менән үткәрелгән “тура бәйләнеш” иғтибарға лайыҡ.

Мәктәп йәшендәге балалары булған ата-әсә тәрбиә, уҡыу-уҡытыу ҡағиҙәләре, яңы программалар менән етди ҡыҙыҡһына, уларға ентекле яуаптар ҙа бирелгән. Хатта Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы­нан шылтыратыу булған. Нурйыһан Сәләхиева был төбәктә башҡорт телендә уҡытыу мәсьәләһен хәл итергә тырыша, сөнки унда мил­ләттәштәребеҙ күп икән. Был хәл һүҙҙә генә ҡалмаҫ, Башҡорт­остан, һис шикһеҙ, ярҙам итер, тип уйлайым.
Әле Ишембай ҡалаһындағы балалар баҡсаларында башҡорт төр­көмдәре асылыуы һөйөндөрә. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора шул. Телебеҙ өсөн беҙ янмаһаҡ, кем яныр?! Ҡыйыу булырға кәрәк.






Вернуться назад