Йәштәргә – ағас, дауаханаға табип юҡ29.10.2014
Был хатымды пенсионерҙарҙың, һуғыш, тыл, хеҙмәт ветерандарының үтенесе буйынса яҙам. Ул – ололарҙы йонсотҡан хәсрәттәр хаҡында.

Бөрйән районының тәбиғәте бик үҙенсәлекле: 1200 метр бейеклеккә үрләгән Мәсем тауы, ҡуйы урмандар, Ағиҙел, Нөгөш, Бетерә, Үҙән, Ҡана, Һәүәнәк йылғалары, бер-береһенән алыҫ урын­лашҡан ауылдар... Сит илдән килгән ҡунаҡтар төбәгебеҙҙе “икенсе Швейцария” тип тә атай ине заманында.
Ә хәҙер Бөрйән районы республика өсөн “һуҡыр эсәк” сифатында ҡалды: иген, ит-һөт тапшырылмай, тире-йөн юҡ, колхоздарҙың ҡоро исеме генә бар. Иҫке Собханғолда ҙур дауахана төҙөлгәйне, бөгөн уның бүлмәләре яртылаш буш, штат ҡыҫҡартылып, Белоретҡа алынды. Байназар ауы­лының участка дауаханаһында ла табиптар етешмәй, халыҡ анализ тапшырыр өсөн генә лә 30 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Иҫке Собханғолға үҙ көсө менән килергә мәжбүр, сөнки рейс автобусы йөрөмәй.
Бөрйән урманға бай яҡ тип һаналһа ла, йәштәр өй һалыр өсөн ҡарағай түгел, уҫағын да ала алмай – рөхсәт бар ҙа ул, ағас биреүсеһе юҡ.
Әлбиттә, ил күп үҙгәреш кисерә, ҙур төҙөлөштәр бара, республикабыҙ ҙа үҫешә. Шул уҡ ваҡытта ауыл кешеһенең тормошо көндән-көн ауырая барғаны сер түгел. Халыҡ мал аҫрай ҙа ул, тик уның итен, тиреһен ҡайҙа тапшырырға белмәй аптырай, етештерелгән продукцияны эргә-тирәләге ҡалаларға сығара алмай.
Беҙ дусар булған ауырлыҡтарҙы республика хөкүмәте ярҙамы менән генә йырып сығырлыҡ, ахыры.





Вернуться назад