Күңел йылыһын тигеҙ бүлә29.10.2014
Күңел йылыһын тигеҙ бүлә
Нескә затҡа хас һөйкөмлөлөк, уңғанлыҡ, тәрбиәлелек һәм миһырбанлыҡ һыҙаттарын үҙ эсенә алған кеше ул Салауат районының Малаяҙ ауылында суд приставы-башҡарыусы булып эшләгән Зөлфиә Вәкилова. Төрлө сәбәп арҡаһында балалар йортона эләккән ҡыҙ һәм малайҙарҙы уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алыуы менән ҙур ихтирамға лайыҡ ул.

Бөгөн уның ғаиләһендә улдары Даниэль һәм Эрик, ҡыҙы Виолеттанан тыш, Лиана, Эвелина, Эмиль исемле балалар тәрбиәләнә. Зөлфиә Рәйес ҡыҙы үҙен талапсан әсәй тип һанамай. Уның фекеренсә, бала менән уртаҡ тел табыу сере – һөйөүҙә һәм ышаныста, ғаилә эсендәге күркәм мөнәсәбәттә. Һоҡланғыс ханымдың балалары тәртипле булыуы менән айырылып тора. Өлкән ҡыҙы Виолетта быйыл Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға ингән, ә Эриктың фотоһы ауыл гимназияһының алдынғылар таҡтаһын биҙәй. Кескәйҙәр ҙә тырышып белем ала, был – әсә өсөн ҙур шатлыҡ.





Вернуться назад