Хаҡ эште халыҡ һөйөр29.10.2014
Йәшләй генә баш ҡалаға килеп, ғүмерен завод эшенә бағышлаған Хәнифә Шәйхетдинова менән һөйләшеп ултырырға тура килде.

Хәнифә Мортаза ҡыҙы 1928 йылда Кушнаренко районының Әхмәт ауылында тыуған. Ете класты тамамлағас, педагогия училищеһына уҡырға инә. Әммә атаһының эш хаҡы ғаиләне ҡарарға саҡ еткәнлектән, ҡыҙға белем алыуын туҡтатырға тура килә. Әсәһенә балалар ҡараша, өй эшендә ярҙамлаша. Аҙаҡ баш ҡалаға юлланып, “Өфө-кабель” заводында хеҙмәт юлын башлай. Эшендә ҡаҙанған уңыштары өсөн 1961 йылда фатир бирелә. Намыҫлы хеҙмәте уңайынан алған наградалары бихисап Хәнифә Мортаза ҡыҙының.
Ире Рәхим Сабир улы менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер инде 86 йәшлек өләсәй балаларының уңыштарына шатланып ғүмер итә.






Вернуться назад