Уңған, белемле, Ватан киләсәгенә битараф булмаған халыҡ – республикабыҙҙың биҙәге һәм ныҡлы терәге. Бер эш тә һөйөнөсһөҙ йә борсолоуһыҙ булмай, был – үҫеш билдәһе. Гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа заман дилбегәһен етеҙ генә эләктереп, үҙ-ара уй-фекерҙәре, кәңәштәре, күргән-кисергәндәре менән дәррәү уртаҡлаша, бәхәсләшә, дөйөм һығымтаға килә...
Профессор, педагогика фәндәре докторы Рафаэль Аҙнағоловтың “Иманың камилмы?” тигән мәҡәләһе йәнә уйланырға, берҙәм булырға саҡырҙы. Башҡорт теленең киләсәген хәстәрләгән яҙмаға Интернет селтәрен ҡулланыусылар ҙа үҙ фекерен белдерҙе. “Битарафбыҙ тип уйлаһам да, улай уҡ түгел, сөнки телебеҙ яҙмышы өсөн күп милләттәштәребеҙ борсола. Әммә ябай халыҡ нимә эшләргә кәрәклеген белмәй. Мин, мәҫәлән, балаларым менән тик башҡортса һөйләшәм дә бит, ә артабан?! Милли кластар ябыла, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнайбыҙ, “башҡортмон!” тип күкрәк һуғып ҡына хөрмәт ҡаҙанып булмай”, – тигән бер милләттәшебеҙ.
Ысынлап та, ғорурлыҡ – бер, ә халыҡтың иртәгәһе мәнфәғәтендә аныҡ маҡсатлы ҡарар ҡабул итеү, файҙалы эш атҡарыу – икенсе. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре, милли уҡытыу программалары булдырыу, йәш быуынды тәрбиәләүҙә заманса алымдар ҡулланыу – телебеҙҙең киләсәгенә етди йоғонто яһаясаҡ алымдар. Баҫмабыҙҙың рәсми сайтындағы фекер-тәҡдимдәр ҙә халҡыбыҙҙың үҙ яҙмышына битараф түгеллеген күрһәтә. Гәзит уҡыусыларҙан артабан да хат-хәбәр көтөп ҡалабыҙ.