Ҡымыҙы, һыуы, һауаһы – йәнгә булыр дауаһы28.10.2014
Ҡымыҙы, һыуы, һауаһы – йәнгә булыр дауаһы
Иң гүзәл йылғаларыбыҙҙың береһе булған Дим буйында урынлашҡан был шифахана – Башҡортостанда йыл әйләнәһенә ҡымыҙ менән дауалаусы берҙән-бер һаулыҡ үҙәге. Күптән түгел уның биләмәһендә 80 йыллыҡ юбилейға арнап яңы аллея ултыртылды.



Шифахана 1934 йылда эш­ләй башлаған һәм данлыҡлы баш­ҡорт ҡымыҙы арҡаһында Баш­ҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә бик тиҙ танылыу алған. Ҙур ҡалаға яҡын урынлашыуы ла уның абруйын һәм уңай­лы­лығын арттырғандыр – Өфөгә тиклем бынан 30 саҡрым ғына.
Йәшәү, ял итеү, дауаланыу биналары иҫ киткес матур ҡа­йынлыҡ һәм ылыҫлы урман эсендә урынлашҡан. Шулай ҙа ҡойма буйлап һуҙылған һәм плитә түшәлгән һуҡмаҡ буйлап та ағас ултыртырға мөм­кинлек бар икән – шифахана коллективы шунда яңы аллеяға нигеҙ һалды. Директор Илшат Сәли­хов етәкселегендә әле эшләүсе хеҙмәткәрҙәр генә түгел, күптән пенсияла булған белгестәр ҙә ихлас теләк менән эшкә тотон­до.
Юбилей – үткәндәрҙе хәтер­ләүгә лә сәбәп. Тап шуның өсөн тәүҙә митинг булды, бы­нан бай­таҡ йыл элек эшләгән ветеран­дарҙың санаторийҙың ул саҡ­тағы тормошо тураһында хәтирәләре йәштәргә лә фә­һем­ле булғандыр, моғайын. Һәр хәл­дә шифахананың бөгөнгө мат­ди базаһын, дауалау мөм­кин­лек­тәрен шул замандар ме­нән сағыштырырлыҡ та түгел бит.
Тап Дим буйҙарына Лев Толс­той, Антон Чехов, Марина Цветаева, Муса Йәлил кеүек әҙиптәрҙең дауаланырға киле­үе тураһында беҙ төр­лө иҫ­тә­лек­тәрҙән яҡшы бе­лә­беҙ. Ҡы­мыҙ­ҙың ғәжәп дауалау үҙен­сә­лектәре элек-электән бил­дәле булғас, республи­ка­ла­ғы тәүге сана­то­рий­ҙарҙың бе­реһе тап ҡы­мыҙ­ға мах­сус­ла­шыуы аң­ла­шыла. Шул дәүерҙән алып һигеҙ тиҫтә йыл ул тын юлдарын, ашҡаҙан-эсәк, нервы системаларын дауалау буйынса ғәйәт ҙур тәжрибә туплаған. Йоматау ҡымыҙының һәм “Йоматау” минераль һы­уының Рәсәй, донъя әһә­миәтен­дәге конкурс­тарҙа юғары наг­радаларға ла­йыҡ булыуы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.
– “Йоматау”ҙа онкология буйынса сирлеләргә реабилитация үткәреү өсөн бөтөн шарт­тар ҙа тыуҙырылған. Шифаханала заманса уңайлыҡ­та­ры булған номерҙар, тәж­ри­бәле персонал һәм, иң мөһиме, ҡы­мыҙ бар! – Был һүҙҙәрҙе күптән түгел Йоматауҙа булып киткән япон профессоры Кадзу Умэдзава әйтте. Ул Башҡортостанға яңы онкологик препараттар тураһында һөйләү, яман шеш­тән дауалау һәм реабилитация үткәреү шарттары менән танышыу өсөн килгәйне.
Ял итеүселәрҙе дауалау өсөн шифаханала ҡымыҙ ғына түгел, ә һыу процедураларын – диң­геҙ, йод-бром, скипидар һәм башҡа ванналарҙы ла фай­ҙа­ланалар. Йөрәк-ҡан та­мыр­ҙары сиренән яфаланыу­сыларға ҡо­ро күмер һелтеһе ваннаһы тә­ғә­йенләнә. Электр менән да­уа­лау, ингаляторий, галокамера, парафинлы һәм лазерлы терапия, кислород коктейле, психологик ярҙам, аэрофитотерапия, косметик массаж кабинеттары, биохимия лабо­раторияһы, тренажер һәм дауалау физкуль­тураһы залдары заманса йы­һазландырылған.
Йөҙ ҡат ишеткәнсе, бер ҡат күр, тиҙәр. Шуға күрә шифахана тураһында унда ял итеүсе­ләр­ҙән дә яҡшыраҡ баһа би­реү­селәр булмаҫ, моғайын. Быға ышаныу өсөн уларҙың быйыл ҡалдырған бер нисә яҙмаһына ғына күҙ һалыу ҙа етә.
“Был санаторийҙа беренсе тапҡыр ғына түгелмен, ҡайт­ҡан һайын унда үткәргән көн­дәремде рәхмәт тойғоһо ме­нән иҫкә алам, дауалау ың­ғай һө­ҙөм­тә бирә, хеҙмәт­кәр­ҙәр бик яғымлы, шарттар иф­рат уңай­лы”, – тигән Өфөнән Рәмил Вахитов.
“Ял итеү һәм реабилитация осоронда дауа ла бик шәп булды, рухи яҡтан да ыңғай тәьҫорат бик ҙур. Табип Рим Хөснулхаҡ улы Байғужин менән шәфҡәт туташы Әлиә Венер ҡыҙы Зиннәтуллинаға айырыу­са рәхмәтлемен”, – тип яҙған Наил Ғәзизов.
Ә Роза Ғәббәсова маҡтау һүҙен шиғыр юлдары аша би­рергә булған:
Йоматауҙа ялдар иттем –
Йылы һүҙҙәр, яҡты йөҙ.
Барыһы ла иғтибарлы,
Ҡалдырам тик яҡшы һүҙ.
...Шау-шыулы һәм ҡиммәтле тамашалар үткәреүгә ҡара­ған­да, ағас ултыртыу – юбилей бил­дә­ләү өсөн яҡшыраҡ йола. Ҡарт ур­манға алмашҡа тиҙҙән йәш үҫен­теләрҙән торған ошо яңы ал­лея күкрәп үҫеп китер. Сана­то­рийҙың киләсәге бар, ул даими яңырасаҡ һәм йәшәрәсәк тигәнгә ишара был.






Вернуться назад