Табиптар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурсында республикабыҙҙың алты табибы еңеү яуланы.
Һауыҡтырыу физкультураһы һәм спорт медицинаһы буйынса иң яҡшы врач тип Республика табиплыҡ-физкультура диспансерының бүлексә мөдире Наталья Бигбаева танылды. Республика туберкулезға ҡаршы клиник диспансерының балалар бүлексәһе мөдире, фтизиатр Ольга Шукаева – “Иң яҡшы фтизиатр”, Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһының табип-патологоанатомы Дмитрий Рудаков – “Иң яҡшы эксперт”, Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең бүлексә мөдире, врач-эпидемиолог Елена Рожкова “Иң яҡшы санитар врач” номинацияларында икенсе урынға лайыҡ булды. Баш ҡаланың 4-се стоматология поликлиникаһының дауалау бүлексәһе мөдире Софья Кашина — “Иң яҡшы стоматолог”, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының неврология бүлексәһе мөдире, табип-невролог Эмма Колчина “Иң яҡшы невролог” номинацияһында өсөнсө урынды алды.
Бөтә Рәсәй конкурсы 14-се тапҡыр үткәрелде. Быйыл, әйткәндәй, урта медицина хеҙмәткәрҙәре һәм фармацевтары араһында ла тәүге тапҡыр ил кимәлендә бәйге ойошторолдо. Бындай саралар медицинаға ҡағылышлы профессияларҙың бәҫен күтәреүгә мотлаҡ булышасаҡ, тип иҫәпләй конкурсты ойоштороусылар. Еңеүселәр өсөн иң төп приз — “Гәлсәр Гигиея”. Беренсе урынды яулағандарға — 500 мең, икенсе урынға лайыҡ булғандарға — 300 мең, өсөнсө урынды алғандарға 200 мең һум күләмендә аҡса бирелә.