“Микроген” ғилми-етештереү берекмәһендә терәк-хәрәкәт ағзаларында тән туҡымаһы тарҡалыу сирҙәрен дауалау өсөн препарат уйлап табылды. Предприятиеның Өфө филиалында етештерелгән яңы дарыу “Хондролон-про” тип атала.
Баҙарға яңы препараттың сығыуы Рәсәйгә Көнбайыш етештереүселәренә бәйлелекте кәметергә, хатта сит илдән индерелгән тауарҙы тулыһынса алмаштырырға мөмкинлек бирә. Белгестәр әйтеүенсә, быуындарҙы һәм умыртҡа бағанаһын дауалау өсөн тәғәйенләнгән шыйыҡса рәүешендәге дарыуҙы етештереү өҫтөндә эште 2010 йылда цитомединдар цехында башлағандар. Уның составына төрлө ағзаларҙың һәм системаларҙың тоташтырыусы туҡымаларын һауыҡтырыуға булышыусы “L—Пролин” аминокислотаһын индергәндәр. Башҡа инъекция препараттарынан айырмалы, “Хондролон-про” составында бензил спирты, фенол кеүек ярҙамсы токсик матдәләр юҡ.
2013 – 2014 йылдарҙа иретмә рәүешендәге дарыу клиникаға тиклемге һынауҙы уңышлы үтте. Яҡын арала уның хәүефһеҙлеген контролләү буйынса клиник тикшеренеүҙәр башланасаҡ. Ошо маҡсатта “Иммунопрепарат” предприятиеһында 10 меңдән ашыу дарыу дозаһы әҙерләнгән. Препарат баҙарға 2016 йылда сығарыласаҡ.
Белешмә.“Микроген” берекмәһе филиалы “Иммунопрепарат”та цитромединдар (хайуандар ағзалары һәм туҡымаларынан яһалған дарыуҙар) етештереү цехы 1993 йылда төҙөлә.
Цитомединдарҙы организмға индереү патология процестарында һәм йәш менән бәйле үҙгәрештәр барышында ағзаларҙың, туҡымаларҙың үҙенсәлекле функцияларын тергеҙергә ярҙам итә. Башҡа медицина саралары һауығыуға ярҙам итмәгәндә, цитомединдарҙы ҡулланыуҙың юғары тәьҫирле булыуы билдәле.