Сибай, Көньяҡ Уралдың мәҙәни үҙәге булыуҙан тыш, һаулыҡ һаҡлау буйынса алдынғы төбәккә лә әүерелә бара. Күптән түгел үҙәк дауаханала ошоға тиклем эшләгән гемодиализ бүлексәһе үҙгәртеп ҡоролғандан, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылғандан һуң ҡайтанан эш башланы. Уны асыу тантанаһында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, “Экома” йәмғиәте директоры Нәркәс Ғарифуллина, “Нефролайн” диализ селтәре вәкиле Василий Рощин һәм башҡалар ҡатнашты.
Яңы үҙәк элеккеһенә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк сирлеләрҙе ҡабул итәсәк. “Яһалма бөйөр” аппараттарының барыһы ла Япония фирмаһынан килтерелгән. Медицина фәндәре кандидаты Артур Солтанбаев әйтеүенсә, был гемодиализ үҙәгенә Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил райондарынан ауырыуҙар ҡабул ителә. Әле Сибайҙа ғына гемодиализ ярҙамына мохтаж 20 кеше иҫәпләнә. Хәҙер уларға элекке кеүек сират көтөргә тура килмәйәсәк. Күптәр, бүлексә “Экома” йәмғиәте ҡулына күсһә, ҡабул итеүҙәр түләүлегә әүерелер, тип юҡҡа бошона. Процедураларҙың барыһы ла бушлай, хатта сирлеләргә анализ биреү өсөн Өфөгә барыу кәрәкмәйәсәк, был йүнәлештә лә ыңғай үҙгәрештәр көтөлә.
“Яһалма бөйөр” аппараты ярҙамында ғына ғүмерҙәрен оҙайта алған сирлеләр үҙҙәре өсөн яңы мөмкинлектәр асылыуына шат. Шуға күрә уларҙың тантанала ҡатнашып, һорауҙарын биреүе аңлашыла ла. Яңы аппаратты тәүгеләрҙән булып һигеҙ йыл буйы ошо сир менән яфаланған Нур Алтынбаев һынап ҡараны. Бүлексәнең тәүге эш көндәренән ауырыуҙарҙы дауалаған шәфҡәт туташы Лилиә Шаһиғәлина уға ярҙам итте.
Аҙнаһына мотлаҡ рәүештә өс тапҡыр процедура алыу өсөн үҙәккә килгән сирлеләрҙең ниндәй тойғо кисереүе хаҡында һорап тороуҙы урынлы тип тапманыҡ. Иң мөһиме – улар өсөн бар шарттар тыуҙырылған, яңы ҡорамалдар һатып алынған. Был йәһәттән ҡала хакимиәтенә һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына рәхмәт әйтергә генә ҡала.