Көсөргәнешлек арта31.01.2012
Вашингтон менән Тегеран араһындағы мөнәсәбәттәр көндән-көн көсөргәнешле була бара. Кисә АҠШ Хәрби-диңгеҙ көстәренең ҡеүәтле һыу аҫты кәмәһе, эскадра карабы оҙатыуында Суец каналы аша үтеп, Ҡыҙыл диңгеҙгә сыҡҡан.
Карап Урта диңгеҙҙән күскән саҡта ҙур хәүефһеҙлек саралары күрелгән: Суец каналында паромдар туҡтатылған, хатта канал өҫтөндәге күперҙән автомобилдәргә үтеү тыйылған. Ярҙағы автомагистралдәрҙә лә хәрәкәт сикләнгән.


Вернуться назад