Ғөрөф-ғәҙәт оҡшаш, ниәттәр уртаҡ28.10.2014
Ғөрөф-ғәҙәт оҡшаш, ниәттәр уртаҡ
Быйыл августа Венгрияның Бугац ҡасабаһы янында, Кишкуншаг милли паркында, төрки халыҡтарҙың V Оло ҡоролтайы уҙҙы. Йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторолған был байрам ике йылға бер тапҡыр үткәрелә.


“Ҡоролтай” һүҙе ҡәбилә йыйылышы тигәнде аңлата. Был күренеш далала күсмә тормош алып барған халыҡтарҙа осрай. Византия һәм ғәрәп яҙма сығанаҡтарында телгә алыныуынса, венгр күскенселәре лә ҡәбилә йыйылыштары үткәрер булған. Уларҙың әйтеүенсә, бындай йыйылыш халыҡ тарихында мөһим урын биләй. Боронғо күсмә халыҡтың мәҙәниәтен сағылдырған ҡоролтайға киң мәғәнә һалынған: беренсенән, ул – элекке йолаларҙы һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү, икенсенән, ата-бабаларыбыҙға оло хөрмәт билдәһе. Тарих биттәре Ҡара диңгеҙ буйы далалары, Үҙәк Азия күсмә ҡәбиләләренең Карпат төбәгенә алты тапҡыр ябырылғаны хаҡында бәйән итә.
Ғөрөф-ғәҙәт оҡшаш, ниәттәр уртаҡТөп һөжүм IX быуатта ете мадъяр ҡәбиләһе тарафынан була. Шуға ла венгр халҡы Арпад (Карпат төбәгенә килгән оногурҙарҙың башлығы Алмоштың улы) батшалар династияһы һәм үҙҙәренең дәүләтселеге башланған осор тип тап 896 йылды билдәләй. Бынан тыш, Алмош Атилла нәҫеленән һанала, ошо нигеҙҙә мадъярҙар ҙа үҙ тоҡомдарын һундарға (хунну) бәйләй, һәм уларҙың милли батырҙары булып күсмә халыҡ башлыҡтары Атилла менән Арпад һанала.
Венгрияның европаса рәсми исеме – Hungary (хунн+уғыр, Хунгария). “Венгрия”, “венгрҙар” тигән славян исемдәре “огры/угры” этнонимының поляк транскрипцияһынан килеп сыҡҡан. Әммә хәҙер күп венгрҙар үҙҙәрен мадъяр тип һанай, илдәрен дә Мадъярстан тип йөрөтә. Венгр теле урал телдәре ғаиләһенең фин-уғыр төркөмөнә ҡараһа ла, мадъяр халҡы фин йә урал, ханты-мансиҙар менән булған лингвистик туғанлыҡтан да бигерәк, Көньяҡ Урал, Үҙәк Азиялағы боронғо һун-төрки ҡәбиләләре менән булған этно-мәҙәни бәйләнештәргә өҫтөнлөк бирә. Венгрҙар аңында был төбәктәр ватан тип һаҡланған, шуға күрә үҙҙәренең килеп сығышын да улар ошо яҡ менән бәйләй. Был халыҡтың этногенезы хаҡында фән өлкәһендә әле берҙәм фекер юҡ, ғалимдар араһында бәхәстәр ХIX быуат урталарынан алып дауам итә.
Һуңғы илле йылда венгрҙарҙың фин-уғыр сығышы хаҡындағы теорияға өҫтөн­лөк бирелгән булһа, бөгөн күпселек фән эйәләре антропологияның, бигерәк тә венгр мәҙәниәтенең төрки халыҡтар менән уртаҡлығы байтаҡ икәнлеген раҫлай. Ул Оло дала йолалары, скиф, һун, авар һәм башҡа халыҡтар менән да ауаздаш. Хәҙерге мадъяр халҡының Венгрия еренә күсеп килеүе, Европа йөрәгендә меңдәрсә йыл йәшәгән дәүләт булдырыуы халыҡ хәтерендә “Ватанлы булыу” тигән исем алған.
Күсмә халыҡтар араһында венгрҙар ырыу-ҡәбилә ҡоролошо менән айырылып торған. Әлеге көндә улар берҙәм халыҡ булып көн күрә. Мадъяр ҡәбиләләре Арпад хан етәкселек иткән йылдарҙа берләшә. Улар өсөн Арпад төп тарихи шәхес булараҡ милләттең көс һәм берҙәмлек билдәһе һанала.
Көнсығышта ҡалған нәҫелдәштәрен эҙләү “Ватанлы булыу” заманында уҡ башлана, венгр һәм туғандаш ҡәбилә күскенселәре араһында мөнәсәбәттәр һуңыраҡ та һаҡлана. Этник тиңләштереү маҡсатында быуаттар буйы үткәрелгән тикшеренеүҙәр ғалимдарҙа ғына түгел, тотош венгр йәмғиәтендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Күсмә тормош йолаларын тергеҙеп күрһәтеү визит карточкаһына әйләнә. Этнофестиваль, спорт байрамы рәүешендә ойошторолған Ҡоролтай үрҙә әйтеп үтелгәндәрҙе ысынбарлыҡта сағылдырыуға өлгәште.
V Оло ҡоролтайҙы “Туран-Венгрия” йәмғиәт фонды Венгрия Хөкүмәте менән берлектә ойошторҙо. Сара Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төньяҡ Кипр, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан дәүләттәре, шулай уҡ Рәсәйҙең Башҡортостан, Ҡарасәй, Ҡарағалпаҡ, Татарстан, Тыва, Сыуаш, Саха (Яҡут) республикалары халыҡтары, уйғыр, болғар, бүрәт, монгол, япон вәкилдәре ҡатнашлығында үтте. Саҡырылған ҡунаҡтар өсөн өс өлөштән торған программа төҙөлгәйне: Будапешт ҡалаһында рәсми ҡабул итеү, осрашыуҙар, Бугац ҡасабаһындағы ҡоролтайға сәфәр ҡылыу, Шиофок ҡалаһында, Болотон күле буйында аралашыу, мәҙәни саралар ойоштороу тәжрибәһен уртаҡлашыу.
Тәүге көндә ҡатнашыусылар үҙ-ара танышты, төрки илдәрҙә билдәле артистарҙың сығышын ҡараны. Башҡортостан делегацияһының презентацияһын “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубы ағзалары Илдар Шәйәхмәтов, Азат Ҡужин, Рафаэль Амантаев биҙәп, тулыландырып ебәрҙе.
Иртәгәһенә Венгрия Парламентында ҡабул итеү, Будапешт ҡалаһының иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойошторолдо. Парламент ҡаланың һәм тотош Европаның иң матур биналарының береһе һанала. Ул 1896 йылда венгр дәүләтселегенең меңйыллығы айҡанлы неоготик стилдә башланып, 1904 йылда төҙөлөп бөтә. Ҡоролтайҙың рәсми өлөшө лә боронғо ултырыштар залында үтте. Төрлө халыҡ вәкилдәре алдында Венгрия парламентының вице-спикеры Шандор Лежак, “Туран-Венгрия” фонды президенты Андраш Биро сығыш яһаны.
Билдәле венгр профессоры, антропологик тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеүсе Андраш Биро Жолт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән күптән инде дуҫтарса хеҙмәттәшлек итә. Ул башҡорт-венгр, төрки-венгр туғанлыҡ бәйләнештәрен өйрәнеүсе булараҡ киң танылыу яулаған. Андраш Биро – борон замандарҙа мадъярҙарҙың башҡорттар менән бергә Көньяҡ Уралда йәшәгәнен иҫбатлаусы ла. Уның әйтеүенсә, “мең йылдан ашыу ваҡыт элек мадъярҙар көнбайышҡа – Үҙәк Европаға – табан китһә лә, башҡорт халҡы менән күп уртаҡ һыҙаттары һаҡланып ҡалған, атап әйткәндә, күскенселәрҙең мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, тел грамматикаһы һәм милли аш-һыуы оҡшаш”. Тап Урал аръяғының һун, төрки, мадъяр халыҡ­тарының килеп сығышы менән бәйле булыуы Көнсығышты өйрәнеүсе ғалимдарҙа, бигерәк тә урта быуат дәүерен үҙләштереүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бөгөн Бөйөк Хунгария менән Урал халыҡтары тарихы бер тармаҡта ҡарала. Андраш Биро республикабыҙға йыш килә, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, 2010 йылдағы “Салауат йыйыны” фольклор байрамында, 2011 йылғы Халыҡ-ара “Йосопов уҡыуҙары” ғилми конференцияһында ла ҡатнашты. Быйыл да уны күренекле ғалим-антрополог, этнограф Ринат Йосоповтың иҫтәлегенә бағышланған сарала күрергә мөмкин буласаҡ.
Будапешт ҡалаһындағы рәсми осрашыуҙан һуң делегация Ҡоролтай үтәсәк Бугац ҡалаһы янындағы Кишкуншаг милли паркына юлланды. Сараны асыуҙа Венгрияның Милли йыйылыш ағзалары, урындағы хакимиәт башлыҡтары, төп ойоштороусылар ҡатнашты. Унан һуң яланда һыбайлылар, уҡ атыусылар, һөңгө ырғытыусылар урта быуат кешеләренең хәрби оҫталыҡтарын сағылдырған күренеш булдырҙы. Ҡоралланған йәйәүле яугирҙәр, атлылар парады, хәрби сәнғәт өлгөләре, бәйгеләр, этноансамблдәр сығышы, театрлаштырылған тамаша, йәрминкәнән торған сағыу байрамды өс көн эсендә 100 меңдән ашыу кеше килеп күрҙе. Кишкуншаг милли паркында 100 тирмә урын алды, араһында берәүһе, донъялағы иң ҙуры булараҡ, Гиннесс китабына индерелде.
Башҡортостан делегацияһы был Ҡоролтайҙа әүҙем ҡатнашты, төрки халыҡтарҙың ғалимдары, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән дуҫлыҡ ептәре нығытыуға өлгәште. Сара һуңында ҡунаҡтар Шиофок ҡалаһында “түңәрәк өҫтәл”дә, йыр, шиғриәт кисәләрендә осрашты. Ҡоролтайҙы ябыу тантанаһында филология фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова сығыш яһаны. Ул башҡорт һәм венгр халыҡтары араһындағы бәйләнештәр хаҡында һөйләне. Мөһим сара һөҙөмтәһендә республика делегацияһы ағзалары – тележурналист Гәүһәр Батталова менән телеоператор Урал Ғатауллин – “Башҡортостан – Венгрия – Дуҫлыҡ күпере” тигән фильм төшөрҙө.
Ҡоролтай башҡорт халҡы мәҙәниәтен ил киңлегенә сығарыуға булышлыҡ итте. Унда фольклор буйынса белгестәрҙең, ғалимдарҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, ижади коллективтарҙың ҡатнашыуы киләсәктә бөтә төрки халыҡтарҙың мәҙәни ерлектә берләшеүенә тос өлөш индерҙе.

Гөлнур ҠОЛҺАРИНА,
филология фәндәре кандидаты,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы.



Вернуться назад