“Мәскәү — уртаҡ йортобоҙ” төбәк-ара фестиваленең программаһына ярашлы, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә Башҡортостан Республикаһы көнө үткәрелде.
Сара түләүһеҙ киносеанстан — “Башҡортостан” киностудияһының башҡортса ҡыҫҡа метражлы нәфис һәм анимациялы фильмдарын күрһәтеүҙән — башланды. Байрамды асыу тантанаһында республика Хөкүмәте, Мәскәүҙең Төбәк-ара хеҙмәттәшлек, милли сәйәсәт һәм дини ойошмалар менән бәйләнештәр департаменты, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһы ағзалары, Башҡортостанда тыуып үҫкән билдәле шәхестәр ҡатнашты.
Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, шулай уҡ Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһы ағзалары — билдәле джазмен, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Киреев, йырсылар Редик Ефремов, Радик Юлъяҡшин, Айҙар Хәмзин, Фәүриә Саяхова, Гөлнара Ибраҡова, “Алтынай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Заман” төркөмө, “Ләйлә” ансамбле — сағыу концерт тәҡдим итте. Ғөмүмән, байрам программаһы үҙенсәлекле булды. “Өфө ҡалаһы сәғәте” ойошторолдо, Өфө трикотаж фабрикаһы Вячеслав Зайцевтың Мода йорто менән берлектә теккән кейем коллекцияһын, шулай уҡ мосолман кейемдәрен күрһәтте, “Пышка” селтәре Мәскәүҙә асҡан башҡорт аштары кафеһы менән таныштырҙы. Павильонда “Башҡортостан – сит ил фотографтары күҙлегенән” күргәҙмәһе, милли аш-һыу, бал, дарыу үләндәре, затлы әйберҙәр йәрминкәһе гөрләне. Был көндө яҡташтар ойошмаһы ағзалары, Башҡортостанда тыуып үҫкән шәхестәр менән осрашыуҙар уҙғарылды.