Йылайырҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында урман сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә уҙғарылды. Унда муниципаль берәмек башлыҡтары, Урман сәнәғәтселәре союзы вәкилдәре һәм инвесторҙар ҡатнашты. Сара барышында Баймаҡ һәм Йылайыр райондарындағы ағас эшкәртеү производстволары менән таныштылар.
– Кәңәшмә республиканың көньяҡ-көнсығышын иҡтисади үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаға ярашлы ойошторолдо, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов. — Ағас эшкәртеү мәсьәләләренең тап ошонда ҡаралыуы осраҡлы түгел. Бындағы һигеҙ урмансылыҡ ҡарамағындағы урмандарҙың дөйөм майҙаны 1,5 миллион гектар самаһы тәшкил итә.
Байтаҡ эшҡыуар, атап әйткәндә, Баймаҡ һәм Йылайыр йүнселдәре, эште әүҙемләштерә, производствоны үҙгәртеп ҡора башлаған. Сарала ҡатнашыусылар “Баймаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең яңы төҙөлгән ағас эшкәртеү цехында булды, артабан Бетерә ауылындағы “БашАгроФин” йәмғиәтенең ағас эшкәртеү заводы төҙөлөшө менән танышты. Шәхси эшҡыуар Нәбиуллиндың, Биоэнергетика компанияһының, “Йылайыр урманы” предприятиеһының, Йорт һалыу компанияһының ағас эшкәртеү объекттарын ҡарап сыҡтылар.
Күсмә кәңәшмә барышында республика Хөкүмәте, “Йәшел технологиялар”, “Рабика Энергияны һаҡлау” йәмғиәттәре араһында ағас эшкәртеү һәм юнысҡы ҡалдыҡтарынан яғыулыҡ өсөн гранулалар етештереү тураһындағы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу ниәттәре протоколына ҡул ҡуйылды.