Йәш ғаиләләргә — торлаҡ сертификаты28.10.2014
Район хакимиәтендә “Торлаҡ” айырым маҡсатлы федераль программаһына ярашлы күп балалы 23 йәш ғаиләгә йорт һатып алыуға (төҙөүгә) социаль түләү алыу хоҡуғы биргән таныҡлыҡ тапшырыу тантанаһы булды.


Сараны асып, район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов: “Республика етәкселеге ярҙамы менән йәш ғаиләләр торлаҡ мәсьәләһен хәл итә”, — тип билдәләне.
Һуңғы йылдарҙа “Торлаҡ” федераль программаһына ярашлы 58, “Ауылды социаль үҫтереү” программаһы буйынса 28 ғаилә сертификат алды. Тағы ла 44 ғаиләгә бала тыуған (уны уллыҡҡа алған) осраҡта социаль түләү биреү хаҡында таныҡлыҡтар тапшырылды.




Вернуться назад