Һалдат бутҡаһы бешә...31.01.2012
Үҙәк хәрби округтың мәктәбендә 300-ҙән ашыу курсант аш-һыу әҙерләү серҙәренә төшөнә. Өс ай ярым ваҡыт эсендә улар “ашнаҡсы-икмәк бешереүсе” һөнәрен үҙләштерәсәк.
Улар 120 төрлө аш-һыу, шул иҫәптән һалдат бутҡаһын да бешерә белергә, ялан шарттарында икмәк һалырға тейеш.
Әйткәндәй, егеттәр был һөнәрҙе теләп һайлай, хәрби мәктәптә белем алырға теләүселәр бихисап.


Вернуться назад