Инсультты һуңғы осорҙа “быуат сире” тип атайҙар, сөнки донъяла үлем сәбәптәре араһында ул икенсе урынды биләй. Рәсәйҙә һәр 100 мең кешенең 390-ы инсульт кисерә, ауырыуҙарҙың 31 проценты башҡаларҙың ярҙамына мохтаж булып ҡала, биш проценты аяҡтан яҙа. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте белдереүенсә, Мәскәүҙә генә көнөнә ошо ауырыуға бәйле 70 – 100 осраҡ теркәлә. Йәшен кеүек көтмәгәндә аяҡтан йығыусы сирҙе ваҡытында иҫкәртергә мөмкин. Өфөләге 8-се дауахананың терапия бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты Лилиә ФӘЙЗУЛЛИНА инсульттан һаҡланыу буйынса кәңәштәре менән уртаҡлашты.
– Лилиә Әнүәр ҡыҙы, инсультты “мейегә һуғыу” тип тә атайҙар. Сирҙең сәбәбе нимә менән бәйле?
– Инсульт – ул мейеләге ҡан әйләнешенең боҙолоуы, йәғни ундағы ҡан тамырының өҙөлөүе, ҡыҫылыуы йәки тығылыуы. Сир ике төргә бүленә: геморрагик инсульт (мейегә ҡан һауыу) һәм ишемия инсульты (мейе инфаркты). Тәүгеһенә гипертония сәбәпсе: тамыр юғары баҫым арҡаһында шартлай һәм ҡан, мейегә йыйылып, уны зарарлай. Бындай инсульт нигеҙҙә көсөргәнешле эш көнөнән һуң була. Кискә ҡарай баштың сатнап һыҙлауы, әйберҙәрҙең ҡыҙыл төҫтә күренә башлауы, күңел болғаныу – сирҙең тәүге билдәләре.
Ишемия инсульты тамырҙың ҡыҫылыуы йәки ҡан юлының тромб (ҡан тамырында барлыҡҡа килгән төйөр) менән быуылыуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Бындай сиргә күпселек оло йәштәгеләр дусар була. Сирҙең төндә йәки таңға ҡарай башланыуы, бер нисә көн дауамында үҫешеүе йәки ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кешене аяҡтан йығыуы ихтимал.
– Инсультты хатта йыртҡыс йәнлек менән сағыштырырға ла мөмкиндер, моғайын. Ул ҡайҙалыр шым ғына боҫоп ултыра-ултыра ла һап-һау күренгән кешене бер нисә сәғәт эсендә сиргә һабыштыра. Бындай “һөжүмде” нисек иҫкәртергә?
– Сирҙе иҫкәртеүҙең 8-10 проценты ғына беҙҙән, табиптарҙан, тора. Ҡалғаны – кешенең үҙ ҡулында. Тәү сиратта ҡан баҫымын тикшереп тороу мотлаҡ. Гипертония элек оло йәштәгеләргә хас ауырыу тип иҫәпләнә ине, хәҙер 45 йәшкә тиклемгеләрҙең дә ҡан баҫымы тотороҡһоҙ. Был эштә һәм шәхси тормошта йыш стресс кисереүгә, тәмәке тартыуға, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға бәйле. Әгәр тонометрҙа өҫтәге һан 190-дан, аҫтағыһы 90-дан һәр ваҡыт юғары икән, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Ҡанда холестерин кимәлен даими үлсәп тороу ҙа мөһим. Ул тамырҙарҙа төйөрҙәр барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Холестеринды кәметеү өсөн дөрөҫ туҡланырға өйрәнегеҙ: ярымфабрикаттарҙан баш тартығыҙ, тоҙҙо аҙ ҡулланығыҙ, майлы ризыҡтар менән артыҡ мауыҡмағыҙ, күберәк йәшелсә-емеш, бутҡа ашағыҙ. Шәкәр диабеты ла инсультҡа килтерә. Ҡанда шәкәрҙең артыуы аҙ хәрәкәт итеүгә бәйле, шуға күрә физик күнекмәләр яһау, көн дә ярты сәғәт булһа ла саф һауала йөрөү ифрат файҙалы.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һәр саҡ көсөргәнештә йәшәү ҙә инсультҡа килтерә. Йыш илаған, ҡысҡырған, ярһыған һайын ҡан тамырҙары нәҙегәйә, тишелә һәм мейегә ҡан һауа. Шуға күрә үҙегеҙҙе һәм нервыларығыҙҙы һаҡлағыҙ, тормошҡа ябайыраҡ ҡарағыҙ.
– Тимәк, инсультты иҫкәртер өсөн ҡан тамырҙарының сәләмәтлеген хәстәрләргә кәрәк.
– Был осраҡта ҡан тамырҙарын торба менән сағыштырыр инем. Һаҡһыҙ ҡулланһаң, торба тиҙ таушала, тишелә, тут баҫа. Тамырҙарыбыҙ ҙа шулай: сәләмәтлегеңде ҡайғыртмаһаң, нәҙегәйә, эсенә бысраҡ тула. Әгәр инсульт янаһа, табип яҙған дарыуҙарҙы даими эсегеҙ. Юғиһә, ҡайһы бер ауырыуҙар беҙҙең терапия бүлегенән сыҡҡас та дарыуҙар тураһында онота һәм хәлен инсультҡа тиклем алып барып еткерә.
– Ҡан тамырын таҙартып буламы?
– Хәҙер ҡайһы бер дарыуҙарҙы, ҡан тамырҙарын таҙарта, тип рекламалайҙар. Асылда уларҙы таҙартып булмай. Барлыҡҡа килгән төйөрҙәрҙе юҡҡа сығарыу мөмкинлеге генә бар. Шуға күрә тамырҙарҙы йәш саҡтан уҡ һаҡларға кәрәк.
Бөгөн республикабыҙҙың күп кенә ҡала-ауылдарында сәләмәтлек үҙәктәре эшләй. Һәр кем унда барып ҡан баҫымын үлсәтеү, анализ биреү, табип менән кәңәшләшеү өсөн ваҡытын йәлләмәһә ине.
Нурзиә ХӘСӘНОВА