Яңырыуһыҙ алға барып булмай28.10.2014
Яңырыуһыҙ алға барып булмай
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әлшәй районына эш сәфәре барышында агросәнәғәт комплексы предприятиеларын, социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты.


Раевка ауылында республика башлығы “Раевшәкәр” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сөгөлдөр ҡабул итеү пункты һәм лабораторияһы эше менән танышты. Предприятие 1984 йылдан бирле шәкәр сөгөлдөрө эшкәртә. Бында республиканың Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Бүздәк һәм Ауырғазы райондарынан 150 хужалыҡ йәлеп ителгән. Сығарылған төп продукция иҫәбенә шәкәр, крахмал шәрбәте, мал өсөн ҡиммәтле аҙыҡ булған киптерелгән һәм бөртөклө һығынды инә.
Предприятиеның генераль директоры Сергей Байгузин әйтеүенсә, әле 285 мең тонна сөгөлдөр тупланған, шуның 132 мең тоннаһы эшкәртелгән. Завод тәүлек һайын 3 200 тонна “татлы тамыр” һәм 700 тонна ҡамыш шәкәре эшкәртә. Йыллыҡ план — 380-400 мең тонна.
Быйыл республика буйынса “татлы тамыр”ҙың уртаса уңышы былтырғыға ҡарағанда түбәнерәк — гектарынан 254 центнер (былтыр — 350 центнер) тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта шәкәр миҡдары 17,02 процентҡа тиң (былтыр 15,64 ине). Әлшәй районында был күрһәткес 18-19 процентҡа етә.
– Быйыл сөгөлдөрҙөң уңышы кәмерәк булһа ла, шәкәр күләме күберәк. Күрһәткестең былтырғынан түбәнәйеүенә юл ҡуйылманы, — тине Рөстәм Хәмитов.
Әле “Раевшәкәр” йәмғиәте Рәсәйҙәге 59 шәкәр заводы араһында 19-сы урынды биләй. Элегерәк предприятие тәүге тиҫтәгә инә ине, әммә конкуренттар яңыртыу эшен әүҙемерәк алып бара. Бөгөн заводҡа ҡорамалдарҙы модернизацияларға кәрәк. Һөҙөмтәлә технологик юғалтыуҙар кәмейәсәк, табыш артасаҡ.
– Әлшәй — көслө, ҡеүәтле район. Эшкә шәкәр предприятиелары ла тос өлөш индерә. Улар 400 мең тоннаға яҡын сөгөлдөр эшкәртә. Был — предприятиены яңыртыу, табыш алыу өсөн дә яҡшы мөмкинлек, — тине Рөстәм Зәки улы.
Әлшәй районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты шулай уҡ Раевка ауылындағы 105 урынлыҡ балалар баҡсаһында, үҙәк район дауаханаһында, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә булды. Ул районда “Башҡорт бройлеры” өҫтөнлөклө инвестиция проектының тормошҡа ашырылыуын да баһаланы.






Вернуться назад