Үҙемдән һуң нимә ҡалыр? Йәш быуынды ниндәй ҙә булһа һөнәргә йәки бүтән төрлө эшкә өйрәтә алдыммы? Киләсәк тураһында ҡайғыртҡан йүнсел хужа ошо һәм бүтән көнүҙәк мәсьәләләр тураһында йыш уйланалыр, моғайын. Был тәңгәлдә “Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директоры Александр Мурзинға борсолаһы түгел.
Телефондан бәйләнешкә ингәндә, баш ҡалаға командировкаға сығыуы сәбәпле, урынында булмаясағын әйтте, үҙенең уң ҡулы – агроном Салауат Фазылов хужалыҡтың бөгөнгөһө, киләсәккә уй-ниәттәре менән таныштырыр, тине һәм былай тип өҫтәне:
– Әҙәм балаһының береһе лә мәңгелек түгел, иртәме-һуңмы, барыбер ҙә дилбегәне кемгәлер тотторасаҡмын. Өмөт бағлаған алмашсым ышанысты аҡлаһын, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ тигәндәй, ҡулынан килмәгән эше булмаһын. Ә ундайҙар беҙҙә бар, шуға ла күңелем тыныс.
Йәштәр тигәндән, Салауат Илдар улының хеҙмәт биографияһы нәҡ ошо хужалыҡта башланған, Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетын тамамлағандан һуң, ул тыуған яғына юлланған. Дипломлы белгескә предприятие йорт төҙөүҙе хәстәрләгән. Һөйөнмәҫлекме ни! Шулай уҡ механизатор Александр Андреевҡа ла был йәһәттән хужалыҡ етәкселеге ифрат ҙур ярҙам күрһәткән.
Тоҡомсолоҡ заводының эшмәкәрлегенә әйләнеп ҡайтҡанда, ошо көндәрҙә һыйыр малы йәйге лагерҙан фермаға алып ҡайтылған. Бының өсөн алдан уҡ һарайҙар рәтләнгән, һауын аппараттары урындарына эленгән, тиреҫ түгеү ҡорамалдары көйләнгән. Мал аҙығы мул әҙерләнгән: 6 мең тонна силос, 500 тоннанан ашыу бесән, 600 тонна тирәһе һалам – быға асыҡ миҫал. Ҡыштың оҙон, ҡаты һыуыҡтары һәм ыжғыр бурандары менән иҫтә ҡалыуын иҫәпкә алып, “Максим Горький”ҙар аҙыҡты тейешенән артыҡ туплауҙы ғәҙәткә индергән, быйыл да ныҡ тырышҡандар.
Салауат Фазылов билдәләүенсә, ауылда ғүмер итеү сылбырҙы хәтерләтә. Бер эште бөтөрөүгә икенсеһе башлана, унан сираттағыһы... Күптән түгел ерҙе туңға һөрөү тамамланған, Виктор Черемнев менән Зиннур Әхмәтов ал-ял белмәй тир түккән. Артабан механизаторҙар автопаркты тәртипкә килтереү мәшәҡәттәренә күмеләсәк, машина-трактор оҫтаханаһы гөрләп торасаҡ, ҡыҫҡаһы, ҡыш осоронда ла һәр кемгә шөғөл табыласаҡ.
Хужалыҡ йыл да тиерлек берәй өр-яңы техника ала. Мәҫәлән, былтыр “МТЗ-82” маркалы “Беларусь” менән автопаркты яңыртҡандар, уның ҡеүәтле булыуы хайран ҡалдырған, шуны иҫтә тотоп, быйыл да шундай уҡ трактор һатып алғандар.
Водитель Азат Закиров, һауынсылар Валентина Иванова, Наташа Япанова, ферма мөдире Салауат Сабиров, Сергей һәм Юрий Потаповтар менән тау аҡтарырға мөмкин булыуы, кемгәлер гел генә күрһәтмә биреп торғанда, уларҙың һәр эшкә үҙҙәре белеп тотоноуы тураһында ғорурланып һөйләне агроном. Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының идараһы Үҙәк усадьбала урынлашҡан. Бынан тыш, Урыҫ Швейцарияһы, Глуховской шифаханаһы, Үтәй ауылдары кешеләре лә бында үҙҙәренә эш тапҡан.
– Һыйыр малын ишәйтеү, сәсеүлек майҙанын киңәйтеү – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Предприятиены беләләр, уңыш-ҡаҙаныштарыбыҙ етерлек, ошо кимәлдән төшмәһәк, барыһы ла уң барасаҡ, – тип тамамланы һүҙен әңгәмәсем.