Сүпме ни ул сабый?!25.10.2014
Интернет селтәренең “Бәйләнештә” сайтындағы “Типик Стәрлетамаҡ” төркөмөндә бер әсәнең ауырыу булып тыуған игеҙәк балаларына ярҙам итеү мәсьәләһе күтәрелгән. Сабыйҙарҙы дауалау өсөн 250 мең һумға яҡын аҡса кәрәк, унан тыш, сит илгә сығыу, документтар юллау ғилләһе лә юҡ түгел…


Эйе, сирле балаһын аяҡҡа баҫ­ты­рыр өсөн ниндәй генә ысул ҡуллан­май ата-әсә. Үҙ ғүмерен дә ҡорбан итергә әҙер улар ҡайһы саҡ. Ә бәғ­зеләр һау-сәләмәт балаһынан да баш тарта… Мәҫәлән, күптән түгел Сала­уатта ошондай ҡот осҡос хәл асыҡланды.
…Ҡалала йәшәгән ир, ғәҙәттәгесә, ҡый түгергә сыға. Өйөнә кире ың­ғайлағанда сүп һауыттарының бере­һендә бала тауышын ишетә. Үҙ ҡо­­- лаҡ­тарына үҙе ышанмаған ир кон­­т­ей­нерҙы соҡоп ҡарарға була… һәм сүп һауытында яңы тыуған сабыйҙы таба! Шунда уҡ уны урындағы дауа­ханаларҙың береһенә алып бара.
Сабый өс көн элек кенә донъяға килгән, ата-әсәһе балаһынан ҡотолоу маҡсатында сүп-сар өйөмөндә ҡалдырып киткән. Кемгәлер бала – бауыр ите, кемгәлер – сүп кенә. “Кәкүк”тән күптән елдәр иҫкән, әле уны полиция эҙләй.






Вернуться назад