Киҙеү миҙгеле яҡынлаша25.10.2014
Быйыл Башҡортостанда киҙеүгә ҡаршы 800 мең кешене, шул иҫәптән 300 мең баланы иммунизациялау күҙаллана.

Ошо маҡсатта республикаға федераль ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә өлкәндәр өсөн — 500 мең, балаларға 300 мең вакцина бүленгән. Рәсәй Һаулыҡ Һаҡлау министрлығына ебәрелгән өҫтәмә ғариза буйынса оло йәштәгеләр өсөн тағы ла 200 мең вакцина дозаһы килтереү ҡарала. Бынан тыш, “2012 – 2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш” айырым маҡсатлы республика программаһына ярашлы тағы ла 14,5 мең доза менән тәьмин итеү күҙҙә тотола. Ул хроник сирлеләр өсөн бүленәсәк.
Табиптар тәү сиратта прививканы уҡыусыларға, мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөгән сабыйҙарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә, өлкән йәштәгеләргә яһай. Балаларға үҙебеҙҙә етештерелгән “Гриппол плюс”, өлкәндәргә “Гриппол” препараттары ҡулланыла.




Вернуться назад