Йылы ла, иркен дә...25.10.2014
Йылы ла, иркен дә...
Яңыраҡ “Башавто­транс” дәүләт унитар предприятиеһы республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә өр-яңы 44 “НефАЗ” автобусын алғайны. Шуларҙың 34-е – Өфө ҡалаһы маршруттарында, ә унауһы Нефтекамала йөрөйәсәк. Журналистар автопаркка барып, яңы автобустарҙың мөмкинлектәре менән таныша алды.


Әйткәндәй, улар Өфөнөң 51-се һәм 69-сы маршруттарында йөрөйәсәк. Бында пассажирҙар өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа бар. Тәү сиратта, күп кешене һыйҙыра алыуы менән отошлолар. Иҙәндәре тәпәш, шуға ла оло йәштәгеләргә уға инеү әллә ни ҡыйынлыҡ килтермәҫ. Салонда багаж ҡуйыу урыны ла ҡаралған.
Ә шулай ҙа был автобустарҙың иң төп үҙенсәлеге шунда: улар коляскалы инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылған. Ни тиһәң дә, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар булдырыу – дәүләт иғтибарында. Хәҙер иһә водитель туҡталышта инвалидты күрһә, пандусты төшөрөп, колясканы салонға индерә. Был автобустарҙа йылытыу ҡорамалы ла яҡшы эшләй. Тимәк, пассажирҙарға ҡышын өшөп барырға тура килмәйәсәк.




Вернуться назад