Тәртип һағында31.01.2012
Стәрлетамаҡ ҡалаһында кешеләр күп йөрөгән урында полицияның стационар постары ҡуйылған.
Йыл аҙағында ҡалала шуларҙың алтауһы сафҡа индерелһә, ошо көндәрҙә тағы ла шул тиклем үк пост эшләй башлаған.
Стационар пост бүлеккә бармай ғына хәл-ваҡиғаның айышына төшөнөргә, тейешле документтар тултырырға мөмкинлек бирә. Поста телефон һәм радиобәйләнеш бар. Был яңылыҡ йәмәғәт урындарында тәртипте һәм тыныслыҡты һаҡлау йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.


Вернуться назад