Ҡағыҙ эше кәмейәсәк25.10.2014
Башҡортостанда, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, 31 декабрҙән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәткән органдарға ғариза биреүсенән йәшәгән урын буйынса теркәлеүҙе раҫлаған документтар талап итеү тыйыла.


Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, был документтарҙы ведомстволар бер-береһенән үҙҙәре һорап аласаҡ. Законға индерелгән төҙәтмәләр дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәргә эйә булыу өсөн талап ителгән документтар исемлеген ярайһы уҡ ҡыҫҡартыуҙы күҙ уңында тота.


Гөлдәр ВӘЛИЕВА, Өфө ҡалаһы:
– Былтыр йәй район хакимиәтендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тороуым тураһында белешмә кәрәк булды. Хакимиәттә унда тапшырған документтарымды яңыртыуҙы талап иттеләр. Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙың Берҙәм дәүләт реестрынан белешмәне үҙҙәре һорап алырға тейешлегенә ҡарамаҫтан, был эште миңә йөкмәттеләр. Һөҙөмтәлә ваҡытымды ла сарыф иттем, һәр ғаилә ағзаһы иҫәбенән 500-әр һум аҡса ла түләргә мәжбүр булдым. Ҡайһы бер дәүләт хеҙмәткәрҙәре законды үтәргә ашҡынып бармай.


Вернуться назад