1. “Өс таған” вәкилдәре ниндәй тауҙағы күлде һаҡлап ҡалмаҡсы?
2. Шиғри күңелле яугир Үлмәҫбайҙың дуҫы.
3 “... зәңгәр күктәрҙең
Серҙәрен асып бирҙең”.
4. “...-оҙаҡ бала саҡ”.
5. Сүп үләне тураһындағы хикәйәһе нисек атала?
6. Оксананың атаһының исеме.
7. Һеңлеһен һаҡлап ҡына йөрөткән малай.
8. Һуңлап ярлыҡанған һалдаттың исеме.
Дуҫтар! Чайнвордтың дөрөҫ яуаптарын редакцияға беренсе булып ебәргәндәргә Өфөләге “Урман илселеге” аралашыу зоопаркына бушлай билет тапшырыласаҡ. Баш ҡалалағы “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә (адресы – Менделеев урамы, 205 A, Интернеттағы адресы – www.lesnoe_posolstvo.ru) урынлашҡан был зоопаркта төрлө йәнлектәрҙе яҡындан күреү, уларҙы ҡулыңдан ашатыу мөмкинлеге бар.