Туғанлыҡ хисе йәнә осраштырҙы25.10.2014
(Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесының дауамы)

...Поездың бер төрлө тауыш биреп ту­ҡылдауына вагондағы кешеләр йоҡлап та китте. Оксана әбей генә керпек ҡаҡманы. Поезд тауышы уны бынан күп йылдар элек булған ваҡиғаға алып ҡайтты.
Быйыл Оксана йәнә Башҡортостанға юлланды. Яңғыҙы түгел, ейәне Йәмил, ейәнсәре Көнбикә менән бергә. Эйе-эйе! Башҡорт атлы ун йәшлек малай менән һигеҙен тултырған ҡыҙ. Уларға Оксана яҡын кешеләренең исемен ҡуштырғайны.
Йәмил менән Көнбикә тыныс йоҡлай алманы. Күҙҙәре йомолоп та өлгөрмәне, һаташа башланылар: кемделер әрләнеләр, ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡастылар, атышты туҡтатыуҙы үтенеп һоранылар. Өләсәләре уларҙы тыныс­ландырырға тырышты, үҙенең бала сағын да хәтерләп, йөрәге һыҙланы. Яҙмыштар ҡабат­лана шул...
Балалар оҙаҡ ята алманы, тороп, өлә­сәһенә һыйындылар.
– Беҙ бараһы ерҙә атыш юҡмы? Беҙҙе унда йәберләмәҫтәрме, өләсәй? Ниндәй ер һуң ул?
– Тынысланығыҙ, балаҡайҙарым! Бынан бик күп йылдар элек Башҡортостанға Украинанан бәләкәй генә бер ҡыҙ барғайны, – тип хәтирәләргә бирелде Оксана әбей. – Әсәһен немецтар атып үлтерҙе, ә атаһы шул дош­мандарҙы дөмөктөрөү өсөн һуғышҡа киткәй­не... Башҡорт ерендә ҡыҙҙы бик йылы ҡаршы­ланылар, үҙҙәренсә һөйләшергә өйрәт­теләр. Бер малай уны айырыуса ҙур ты­рышлыҡ менән ҡарап, һаҡлап йөрөттө. Ҡыҙ ҙа хозур тәбиғәтле Башҡортостанды тиҙ арала яратып өлгөрҙө. Унда киң күңелле, йомарт кешеләр йәшәй. Бер-береһен генә түгел, ситтәрҙе лә хәстәрләй беләләр, ярҙамсылдар, ҡунаҡсылдар. Ҡыҙ тиҙ эйәләште уларға. Шулай ҙа айырылышыу минуттары килеп етте: ҡыҙ, атаһына эйәреп, Украинаға ҡайтты. Башҡортостандағы ағаһы урынына күргән малайҙы һағынды, осрашыу көттө...
Оксана әбей, йәшле күҙҙәрен ейәндәренән йәшерергә теләп, тәҙрәгә боролдо.
– Кем ине ул ҡыҙ?
– Ә теге малай ҡайҙа? Ни эшләп үҙе килмәгән?
– Малайҙың исеме – Йәмил, ә ҡыҙ – һеҙҙең ҡаршығыҙҙа, – тине әбей.
– Тимәк, өләсәйем миңә Йәмил ағаһының исемен ҡушҡан!
– Тап шулай! – Оксана әбейҙең йөҙө яҡтырып китте.
– Ә миңә кемдең исемен ҡуштың, өләсәй?
– Беҙҙең Башҡортостандағы әсәйҙекен. Бик сибәр ҡатын ине ул.
– Өләсәй, беҙҙең килерҙе унда беләләрме?
– Шундай көндә, шул сәғәттә Өфөлә булам, тип хат яҙҙым. Иҫән булһалар, ҡаршы алырҙар.
...Вагонда оҙатып йөрөгән ҡыҙ Өфөгә яҡын­лашыуҙары тураһында хәбәр бирҙе. Оксана әбейҙең йөрәге ярһып типте. Вагондың ише­генә еткәс, тирә-яғына күҙ һирпте. Таныш йөҙҙө тиҙ тапты. Шундай уҡ үткер, яғымлы ҡараш... Сал сәсле ҡартҡа бағып, Оксана әбей өнһөҙ ҡалды. Унан бар көсөн йыйып:
– Йәмил ағай!.. – тине.
Күмәк халыҡты йырып, ҡарт Оксана әбейгә табан йүгерҙе:
– Оксана! Һеңлем минең! Туғаным!..

Диана АҘНАБАЕВА,
Яҡшембәт мәктәбе уҡыусыһы.





Вернуться назад