“Изге эшем” конкурсына25.10.2014
Күмәкләп башҡарғас...

Олатайым менән өләсәйем йәшелсә, сәскә үҫтерергә ярата. Уларға мин дә ярҙам итәм.
Көҙгөһөн гел генә мул уңыш алабыҙ. Быйыл айырыуса помидор менән кә­беҫтә күп булды. Уларҙы баҡсанан йы­йып алып, олатайым менән өйгә та­шыныҡ. Өләсәйем йәшелсәләрҙән төр­лө салаттар эшләне. Аҙаҡ олатай ме­нән баҡсаны таҙартып ҡуйҙыҡ. Матур-матур сәскәләрҙән гөлләмә эшләп, бай­рамдарҙа уҡытыусыма бүләк иттем.
– Күмәкләп башҡарылған хеҙмәттең емеше татлы була, – тине олатайым ме­нән өләсәйем. – Ярҙамың үҙеңә ҙур изгелек булып ҡайтһын.

Фәнзил БӘҘРЕТДИНОВ.
Бүздәк районы.







Ҡәҙерлем хәстәрлеккә мохтаж

Йәйге каникулда өләсәйем янына барҙым. Ул районыбыҙ­ҙың йәмле Шүлкә ауылында йәшәй.
Өлкән кешеләр һәр ваҡыт ярҙамға мохтаж. Мин дә өләсәйемә һыйыр­ҙарҙы көтөүҙән ҡаршы алыштым, һауыт-һаба йыуҙым, баҡса эштәрендә булыштым. Емеш-еләккә лә бергә йөрөнөк.
Өләсәйем тәмле аштары менән һый­ланы, аҡыллы кәңәштәрен бирҙе. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, ти ул.

Наҙгөл МОСТАЕВА,
Әбделкәрим мәктәбе уҡыусыһы.
Баймаҡ районы.






“Инәй, аҡсағыҙ төшөп ҡалды!”

Өлкәндәр гел генә яҡшылыҡ эшләргә саҡыра. Кемгәлер ярҙам итһәң, ул аҙаҡ үҙеңде лә ҡыуандырыр, ти улар.
Ысынлап та, шулай икән. Бер көндө һеңлем менән паркта уйнап йөрөй инек. Магазиндан ҡайтып барған инәй, беҙҙең эргәлә туҡтап, эскәмйәлә хәл алды ла йорто яғына юлланды. Китеп барға­нында кеҫәһенән аҡсаһы төшөп ҡал­ғанын күрҙем.
– Инәй! – тип ҡысҡырҙым. – Бына, аҡсағыҙҙы юғалттығыҙ.
Ул шатлығынан ни эшләргә бел­мәне. Һеңлем менән икебеҙҙе арҡа­быҙ­ҙан яратып, рәхмәт әйтте, атай-әсәйебеҙгә именлек теләне.
Өлкән йәштәгеләр көнөндә мәктәп­тәге осрашыуҙа теге инәйҙе лә күреп, ғәжәпкә ҡалдым. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән икән уның, колхозда бәләкәйҙән тир түккән. Хөрмәтле инәй бөтә мәктәп уҡыусылары алдында минең изге эшем хаҡында һөйләгәс, рәхәт тә, уңайһыҙ ҙа булып китте.

Рәфил СОЛТАНОВ.
Учалы ҡалаһы.





РЕДАКЦИЯНАН. Ҡәҙерле балалар! “Из­ге эшем” конкурсы дауам итә. Их­лас кү­ңелдән башҡарған яҡ­шы ғәмәл­е­геҙ, кем­гәлер күрһәткән ярҙа­мығыҙ, рәхмәт ишеткән нин­дәйҙер күркәм ваҡиға ха­ҡында яҙып ебәрә алаһығыҙ. Эштәр ара­һынан иң яҡ­шылар һайлап алынып, өс урын бил­дәләнәсәк, дәрт­ләндереү саралары ла ҡаралған. Төп бүләк – нетбук! Кө­сө­гөҙҙө һынарға ашы­ғығыҙ, бәләкәй дуҫтар!


Вернуться назад