Шундай бәшмәк күргәнегеҙ бармы?25.10.2014
Илеш районы

Әсәйем менән Ҡайынлыҡ ауы­лындағы болонда ҙур бәшмәк тап­тыҡ. Ҡайтып, үлсәп ҡараһаҡ, алты килограмм икән!
Беҙҙең яҡта уны “һаңғырау бәш­мәк”, шулай уҡ “ҡыуыҡ бәшмәк” тип тә йөрөтәләр. Уның бик күп төрө бар. Ошондай иң ҙур бәшмәк Америкала табылған. Уның диаметры бер метр самаһы, ҡалынлығы – 25 сан­ти­метрҙан ашыу.
Әсәйем менән тапҡан бәшмәкте дуҫтарыбыҙға, туғандарыбыҙға өләш­тек.

Аделина ҒИЛМУЛЛИНА.
Үрге Йәркәй ауылы.



Вернуться назад