Шиғырҙар25.10.2014
Баймаҡ районы

Башҡортом ғорурлығы

Әҙәбиәт аҡһаҡалы,
Башҡортом ғорурлығы.
Хаҡ һүҙҙәре быуындарға
Аманат булып ҡалды.

Алдашыуҙы яратмаған,
Ғәҙеллекте хуп күргән,
Шуға ла олуғ әҙиптең
Дуҫтары бик күп булған.

Бөйөк Мостай Кәримдең
Ижады ҡалды донъяла.
Уның әҫәрҙәрен уҡып,
Уйға ҡала һәр бала.

Фәнзилә КӨБӘКОВА,
Сәйғәфәр мәктәбе уҡыусыһы.







Ғафури районы

Аҫыл һүҙҙәр табырмын

Бөйөк шәхес Мостай ағай –
Минең данлы ауылдаш.
Шиғырҙары, бар тормошо
Күңелемә ауаздаш.

Мин дә, бер аҙ ҙурайғас,
Хикәйәләр яҙырмын.
Уға оҡшап, аҫыл һүҙҙе
Кескәйҙәргә табырмын.

Илүзә МӨХӘМӘТЙӘНОВА,
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.





Ауырғазы районы

Көҙҙәрҙә ауаз һалғанһың...

Ерҙә ҡалған яҡты эҙең,
Мираҫың – ҡаурый ҡәләм.
Алам да ҡулыма уны
Тәрән уйҙарға ҡалам.

Көҙҙәрҙә ауаз һалғанһың,
Йыр-моңло бала булып.
Яҙғаның ҡалды халҡыңдың
Йөрәгенә уйылып.

Һин – халҡымдың рух маяғы,
Шиғри инештең башы.
Башҡорттоң моңло улыһың,
Һис уңмаҫ йөҙөк ҡашы.

Илвина ҒӘЙНУЛЛИНА,
Кешәнне мәктәбе уҡыусыһы.



Вернуться назад