Студенттар – дәртле халыҡ31.01.2012
Әбйәлил районы хакимиәтенең йәштәр бүлеге Студенттар аҙналығы үткәрә.
Ошо сараға ярашлы, сессиянан һуң тыуған яғына ялға ҡайтҡан йәштәр өсөн Асҡар ауылында күңел асыу программаһы, дискотека ойошторолған.
Шулай уҡ “Йәштәр кубогы”на райондың йәштәр командалары араһында хоккей ярышы үткән, студенттар “күңелле старт” бәйгеһендә лә көс һынашасаҡ. 1 - 2 февралдә “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында волейбол һәм баскетбол буйынса ярыштар ойоштороласаҡ. “Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң үҙең теләгән эшкә нисек урынлашырға?” тигән темаға оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылыуы ла йәштәргә файҙалы буласаҡ.


Вернуться назад